Традицион ярыштар йыл һайын мәғариф профсоюзы тарафынан иң яҡшы спорт традицияларын һаҡлау һәм арттырыу, физик культураны һәм спортты популярлаштырыу, шулай уҡ педагогик хеҙмәткәрҙәр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау өсөн үткәрелә.
Спартакиада спорттың өс төрө буйынса үтә: спортсылар өҫтәл теннисы, пуля менән атыу һәм йөҙөү кеүек спорт төрҙәрендә үҙҙәрен һынай.
Йомғаҡ яһағандан һуң бөтә еңеүселәр һәм призерҙар Почет грамоталары, ә ҡатнашыусылар Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. Спартакиада байрам, ихласлыҡ, изгелек, үҙ-ара ихтирам һәм аңлау атмосфераһында үтте.