МӘҒАРИФ
19 Март 2025, 07:31

Наурыз - боронғо байрамдарының береһе

Аҡъяр ауылы «Бәпембә» балалар баҡсаһында яҙ һәм ҡояш байрамына арналған йырлы-моңло сара уҙҙы

Наурыз - боронғо байрамдарының береһеНаурыз - боронғо байрамдарының береһе
Наурыз - боронғо байрамдарының береһе

Наурыз - боронғо байрамдарының береһе. Уны яҙ көнө, көн менән төн тигеҙләшкән мәлдә ҡаршы ала торған булғандар. Шул ниәттән Аҡъяр ауылы «Бәпембә» балалар баҡсаһында «Көнбағыш» өлкәндәр төркөмө балалары, тәрбиәселәре, район моделле китапхана хеҙмәткәрҙәре менән берлектә яҙ һәм ҡояш байрамына арналған йырлы-моңло сара уҙҙы. Милли кейем кейгән балалар байрамса биҙәлгән залға йыйылды. Уларҙы ағинәй ҡаршы алып, изге теләктәрен еткерҙе, байрам менән ҡотланы. Көтмәгәндә, байрамға саҡырылмаған Мәскәй әбей килеп, үҙен Наурызбикә тип танытырға маташыуы, шаяртыуы балалар өсөн бик ҡыҙыҡлы булды. Тантананың төп ҡунағы- Наурызбикә байрамға йәм өҫтәне. Ул, китергә теләмәй тартҡылашҡан Ҡыш менән көс һынашты. Әммә һәр миҙгелдең үҙ ваҡыты.Ҡыш үҙенең урынын Наурызбикәгә ҡалдырып, балалар менән киләһе йылға тиклем хушлашты.
Кескәй дуҫтарыбыҙ яҙға арнап йырҙар йырланылар, бейеү бейенеләр. «Йәшерәм яулыҡ», «Наза», «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Ат сабышы», «Арҡан тартыш» башҡорт халыҡ уйындарын уйнап күңел астылар, теләктәр теләнеләр:
Наурыз мөбәрәк булһын!
Йылыбыҙ ҡотло булһын!
Наурыз байрамы балалар күңелендә йылы хәтирәләр ҡалдырыр, тип ышанабыҙ.

Наурыз - боронғо байрамдарының береһе
Наурыз - боронғо байрамдарының береһе
Наурыз - боронғо байрамдарының береһе
Наурыз - боронғо байрамдарының береһе
Наурыз - боронғо байрамдарының береһе
Наурыз - боронғо байрамдарының береһе
Наурыз - боронғо байрамдарының береһе
Автор:Нәжиә Жуламанова, Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы "Бәпембә" балалар баҡсаһының өҫтәмә белем биреү педагогы
Читайте нас