МӘҒАРИФ
18 Март 2025, 06:06

Яңыртылған мәктәп — Маҡан ауылының ҡото

Ауылда мәктәп — ябай белем биреү ойошмаһы ғына түгел, ә  мәҙәни, рухи үҙәк, хатта ауылдың киләсәген дә билдәләй ул. Бер нисә йыл элек Маҡан ауылында капиталь ремонттан һуң белем усағы үҙ ишектәрен асҡайны. Һөҙөмтәлә әлеге ваҡытта 84 уҡыусы белем алған был мәғариф учреждениеһында тырышып уҡыу өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Бөгөнгө мәктәп тормошо менән беҙҙе уның директоры Рәфиә Килдебаева, уҡыу-уҡытыу  һәм тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫарҙар, педагогтар һәм уҡыусылар таныштырҙы.

Яңыртылған мәктәп — Маҡан ауылының ҡотоЯңыртылған мәктәп — Маҡан ауылының ҡото
Яңыртылған мәктәп — Маҡан ауылының ҡото

Ремонтланған мәктәптә уҡыуы ла күңелле

Маҡандар әйтеүенсә, мәктәп күптән капиталь ремонтҡа мохтаж була. 1961 йылда төҙөлгән бина һыуыҡ булған, электр уты селтәре, елләтеү системаһы ла иҫкергән, ә класс бүлмәләре санитария-гигиена талаптарына яуап бирмәгән. Ошоға бәйле мәктәп 2022-2026 йылдарҙа дөйөм белем биреү ойошмаларын капиталь ремонтлау һәм йыһазландырыу буйынса федераль программаһына индерелеп, фе­дераль ҡаҙнанан бүленгән 40 миллион һумдан ашыу аҡ­саға фасад көпләнгән, ҡыйыҡ, тәҙ­рәләр өлөшләтә алмаш­ты­рылған, иҙәндәр, түшәмдәр ремонт­ланған, штукатур-буяу эштәре башҡа­рылған, электр менән тәьмин итеү системаһы монтажланған, елләтеү системаһы ҡоролған, һыу һәм канализация селтәре, ишектәр яңыр­тылған.

–Бинаны капиталь ремонтлауҙан тыш, йыһазландырыуға ла финанс бүленде: парталар, ултырғыстар, йом­шаҡ мебель, ашхана өсөн йыһаз, башланғыс кластар өсөн интерактив таҡталар, ноутбуктар, компьютерҙар, проектор һәм тормош хәүефһеҙ­леге нигеҙҙәре кабинетына ҡора­малдар һатып алынды. Әлеге ваҡытта мәктәп янында спорт майҙансығы талап ителә, сөнки ул балаларға саф һауала физкультура менән шөғөлләнергә мөмкинлек бирә. «Хеҙмәт (Технология)» предметының талаптары яңыртылыуына бәйле оҫтаханаларға һәм шулай уҡ психолог кабинетына яңы ҡорамалдар кәрәк, ә ашханала канализация алмаштырыуҙы талап итә.  Шул уҡ ваҡытта белем усағында педагогик кадрҙар етмәүе мәсьәләһе көнүҙәк. Мәҫәлән, киләһе уҡыу йылынан математика һәм физика уҡытыусылары кәрәк буласаҡ. Әлбиттә, проблемаларҙы Район мәғариф идаралығы менән берлектә хәл итербеҙ тип ышанабыҙ, – ти Рәфиә Әмир ҡыҙы.

 Мәктәптә булдырылған «Үҫеш нөктәһе» үҙәге уҡыусыларға химия һәм биология фәндәре буйынса белем алыуҙа яңы, киң мөмкинлектәр аса. Бында ҡыҙҙар һәм малайҙар төрлө тәжрибәләр уҙғарып, фәнни эш менән дә шөғөлләнә ала. Бынан тыш, балаларға тәнәфестәрен файҙалы һәм ҡыҙыҡлы үткәреү өсөн ял итеү бүлмәһе булдырылған. Бүлмә уңайлы мебель менән йыһазландырылған, уҡыусылар бында шахмат-шашка һәм башҡа өҫтәл уйындары уйнай ала, бер үк ваҡытта Маҡан ауылының тарихы, элекке көнкүреш әйберҙәре, билдәле кешеләренә бағышланған мәктәп музейы экспонаттары менән танышыу мөмкинлегенә эйә улар.

Людмила Чистякова, физика уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы кавалеры, хеҙмәт ветераны: –Орск педагогия институтын тамамлағандан алып, 1973 йылдан Маҡан мәктәбендә эшләйем. Капиталь ремонттан һуң бина тыштан да, эстән дә танымаҫлыҡ яңы төҫ алды, яңы мебель менән йыһазландырылды. Иң мөһиме хәҙер йылы, ә бит быға тиклем ҡайһы саҡтарҙа стеналар ҡарланып тора ине. Хәҙер һәр бер кабинетта ноутбук һәм проектор бар, был уҡыусыларға презентация күрһәтергә форсат бирә. Шул уҡ ваҡытта атап әйткәндә физика кабинетына тәжрибәләр үткәрергә приборҙар етмәй. Ошоға бәйле ҡайһы бер лаборатор эштәрҙе практикала башҡара алмайбыҙ. Киләсәктә был мәсьәлә хәл ителер тип ышанабыҙ.
Физика уҡытыусыһы Людмила Чистякова
Физика уҡытыусыһы Людмила Чистякова

Яңы фәнде өйрәнеүгә бөтә шарттар бар

Бинаны капиталь ремонтлауға бәйле тормош хәүефһеҙ­леге нигеҙҙәре кабинетына яңы ҡора­малдар һатып алыныуы быйылғы уҡыу йылында мәктәп программаһына индерелгән «Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау» фәнен уҡытыуға булышлыҡ итә. Яңы предметты уҡытыу ғәмәлдә нисек ойошторолоуы хаҡында беҙгә хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау уҡытыусыһы Марат Татлыбаев һөйләне. Педагог юғары белемгә эйә – ул Омск ҡалаһындағы Эске эштәр министрлығының юғары мәктәбен тамамлаған.

–Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау кабинеты бөтә кәрәкле уҡыу предметтары менән тулыһынса йыһазландырылған. Тәүге дәрестә ғәҙәттә ҡыҙҙар: “Беҙ армияға бармайбыҙ, ни өсөн беҙгә был фән кәрәк? – тигән һорау күтәрә. Шул ваҡытта Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында ябай граждандарҙың хәрбиҙәрҙең һөжүменә дусар булыуы миҫалында үҙеңде яҡлау, төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә эш итә белеү, йәрәхәтләнгәндәргә беренсе ярҙамды дөрөҫ күрһәтеүҙе өйрәнеүҙең мөһимлеге тураһында һөйләйем. Күрегеүеҙсә, парталар ярым түңәрәк рәүешендә урынлашҡан, ә уртала минаның макеты ята – был да уҡыусыларға әле лә хәрби хәрәкәттәр барыуы, унда кешеләрҙең һәләк булыуҙары һәм айырыуса хәҙерге заманда был предметтың әһәмиәте ҙур булыуы хаҡында тағы бер тапҡыр иҫкәртә. Егеттәр өсөн әрме тормошо, илебеҙҙең хәрби-техник мөмкинлектәре,   ҡорал төрҙәре тураһында бихисап мәғлүмәттәр алыу киләсәктә Тыуған ил алдындағы хәрби бурысты лайыҡлы үтәргә әҙерләнергә ярҙам итә. Иң мөһиме, балалар был дәресте, айырыуса ғәмәли күнекмәләрҙе ныҡ оҡшата, теләп шөғөлләнә, – тине Марат Ринат улы һәм заманса йыһазландырылған кабинет менән таныштырҙы. 

Стенала кәрәкле мәғлүмәт тупланған стендтар, стеллаждарҙа газдан һаҡлай торған саралар, респираторҙар, беренсе ярҙам күрһәтергә өйрәнеү өсөн манекен, хәрби тормошта ҡулланылған әйберҙәр урын алған. Электрон Калашников автоматы, Макаров пистолеты макеттары махсус сейфта һаҡлана, атырға өйрәнеү өсөн проектор менән махсус таҡта ла бар.

Әйтергә кәрәк, бындай күргәҙмә уҡыу әсбаптары райондың башҡа белем усаҡтарында ла буласаҡ. Башҡортостан мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин билдәләүенсә, «Йәштәр һәм балалар» милли проектына ярашлы, 2025 йылдан алып республика мәктәптәрендә «Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау» һәм «Хеҙмәт (Технология)» кабинеттары яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ. Ошо маҡсатта бүленгән дөйөм сумма 203,5 миллион һум тәшкил итә.  Был проектта   Яңы Ергән, Мәмбәт, Ивановка, Һамар, Оло Әбеш, Татыр-Үҙәк, Степной, Бүребай, 1-се һәм 2-се Аҡъяр мәктәптәре лә ҡатнаша.

Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау уҡытыусыһы Марат Татлыбаев
Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау уҡытыусыһы Марат Татлыбаев
Морат Мөхәмәтов, 7-се класс уҡыусыһы: –Элек ҡышҡыһын мәктәп бинаһында һыуыҡ ине, күптәр куртка кейеп, дәрестә ултыралар ине. Ремонттан һуң мәктәптә уҡыуы бик күңелле – хәҙер бинала йылы һәм яҡты. Кабинеттарҙа яңы заманса ҡорамалдар бар, мебель дә яңыртылды – уҡытыусыларға уҡытырға, балаларға уҡыу өсөн уңайлы шарттар барлыҡҡа килде. Мин райондың иң матур мәктәптәренең береһендә белем алыуыма шатмын. Шул уҡ ваҡытта бөтә уҡыусылар исеменән мәктәп янында заманса йыһазландырылған спорт майҙансығы төҙөүҙәрен һорап мөрәжәғәт итәм, тағы ла мәктәптә спорт инвентарҙәре етмәй. Ә былар физкультура менән спортҡа ҡыҙыҡһыныуҙы арттырасаҡ, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырасаҡ, ярыштарға әҙерләнергә булышлыҡ итәсәк.
7-се класс уҡыусыһы Морат Мөхәмәтов7-се класс уҡыусыһы Морат Мөхәмәтов
7-се класс уҡыусыһы Морат Мөхәмәтов

Лингафон кабинеты яңы мөмкинлектәр аса

Маҡан мәктәбе уҡыусылары инглиз телен заманса йыһазландырылған   лингафон кабинетында өйрәнә. Проектор,  ноутбуктар, наушниктар – барыһы ла ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың инглизсә һөйләү күнекмәләрен үҙләштереү буйынса үҙ аллы шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырырға мөмкинлек бирә.

«Дәрестәрҙә лингафон кабинетын ҡулланыу уҡыу процесын көйләргә, уҡытыуҙа индивидуаль ҡараш ҡулланырға, уҡытыу сифатын күтәреү өҫтөндә эшләргә, уҡыусыларҙың ижади потенциалын үҫтерергә һәм предметты өйрәнеүгә мотивацияны арттырырға мөмкинлек бирә. Ҡорамалдар ярҙамында сығарылыш класс уҡыусылары  берҙәм һәм мотлаҡ дәүләт имтихандарына үҙ аллы әҙерләнә ала», – тине инглиз теле уҡытыусыһы Гөлнур Хәлиуллина.

Яңыртылған, йыһазландырылған мәктәптә уҡыусыларға уҡыуы ла күңеллерәк шул. “Ил киләсәге – талантлы йәштәр ҡулында” тиҙәр, ә һәләтле йәштәрҙең киләсәге талантлы уҡытыусылар ҡулында. Маҡан мәктәбе коллективы, заман һулышын тойоп, заман менән тигеҙ атлап йәшәй. Киләсәккә изге маҡсаттар ҡуйған белем усағы артабан тағы юғарыраҡ үрҙәр яулар әле.

Инглиз теле уҡытыусыһы Гөлнур Хәлиуллина
Инглиз теле уҡытыусыһы Гөлнур Хәлиуллина
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас