Баш ҡалабыҙ Өфөлә "Торатау" конгресс-холының концерт залында «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» 30-сы төбәк-ара конкурсын, «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» 35-се республика конкурсын, «Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» республика һөнәри конкурсын ябыу тантанаһы үтте. Был көндө бер юлы алты педагогик конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Был сара республикабыҙҙың бөтә педагогик йәмәғәтселеге өсөн иң мөһим ваҡиға булып тора. 1-се Аҡъяр мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Венера Йәрмөхәмәтова конкурс һынауҙарҙы аша лайыҡлы үтеп, 5 финалист иҫәбенә инә һәм конкурс лауреаты була! Уның менән бергә сәхнәлә мәктәпкәсә белем биреү педагогтары конкурсының иң яҡшы 5 лауреатының береһе - Аҡъяр ауылы "Шатлыҡ" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рәмзиә Мусина була! Ә Өфө ауылы мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Урания Исмәғилева "Йыл уҡытыусыһы" конкурсында "Уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтергән өсөн" номинацияһында еңеү яулай! Хәйбулла педагогтарының ҡаҙаныштары менән ғорурланабыҙ! Уларға артабан да ижади уңыштар, яңынан-яңы теләйбеҙ!