3-сө Аҡъяр мәктәбенең 9-сы "б" класы уҡыусыһы Кәрим Абдулнасиров икенсе йыл рәттән хеҙмәт (технология) буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының төбәк этабы призеры булды! Робототехника донъяһында ул илһам таба һәм төрлө механизмдар булдыра, остазы Ришат Хөсәйенов етәкселегендә был ҡыҙыҡлы һәм мөһим фәнни өлкәлә үҙенең тәрән белемен һәм оҫталығын күрһәтә. Кәримде лайыҡлы еңеү менән ҡотлайбыҙ һәм уға яңынан-яңы үрҙәр теләйбеҙ!