МӘҒАРИФ
6 Март 2025, 17:16

Ҡотлайбыҙ, Артур Айҙар улы!

2-се Аҡъяр мәктәбенең физкультура  уҡытыусыһы Артур Рәхмәтов "Иң яҡшы класс етәксеһе" республика  конкурсының финалында номинацияла еңеү яуланы!

Ҡотлайбыҙ, Артур Айҙар улы!Ҡотлайбыҙ, Артур Айҙар улы!
Ҡотлайбыҙ, Артур Айҙар улы!

Башҡортостан Республикаһы дөйөм белем биреү ойошмаларының   "Иң яҡшы класс етәксеһе-2025" республика һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүселәре билдәләнде.

Евразия фәнни-мәғариф үҙәгендә вуз-ара студенттар кампусында еңеүселәрҙе бүләкләү һәм конкурс лауреаттарын хөрмәтләү тантанаһы үтте. "Иң яҡшы класс етәксеһе" республика конкурсының маҡсаты - Башҡортостан Республикаһының дөйөм белем биреү ойошмаларында тәрбиә эшмәкәрлеген ойоштороу һәм тормошҡа ашырыу буйынса яңы формаларҙы, иң яҡшы тәжрибәләрҙе һәм инновацион педагогик тәжрибәне асыҡлау һәм таратыу.

Хәйбулла районынан 2-се Аҡъяр мәктәбенең физкультура  уҡытыусыһы, 7-се кадет класының класс етәксеһе Артур Рәхмәтов сығыш яһаны.
Беренсе  тур конкурсанттың презентацияһын үҙ эсенә ала. Был турҙы уңышлы үтеп, Артур Айҙар улы киләһе этапҡа ныҡлап әҙерләнә башлай. Конкурстың республика этабының көндөҙгө тур программаһына «Иң мөһиметураһында Һөйләшеү» һәм «Конфликтлы хәлдәрҙе хәл итеү» дәрестәре индерелде.

Конкурс саралары йомғаҡтары буйынса жюри финалсыларҙы билдәләне, улар араһында Хәйбулла командаһы ла инде.
«Асыҡ дискуссия» йомғаҡлау конкурсынан Һуң Артур Рәхмәтов республиканың иң көслө биш класс етәксеһе иҫәбендә булды һәм «Уҡыусыларҙың гражданлыҡ-патриотик ҡиммәттәрен формалаштырған өсөн» номинацияһында еңеүсе булды! Афарин, ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ, Артур Айҙар улы!
Ҡотлайбыҙ, Артур Айҙар улы!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас