Йыл һайын марттың беренсе йәкшәмбеһендә Балалар телевидениеһы көнө билдәләнә. Шуныһы ҡыуаныслы: телевидениела балалар контенты һаны йылдан-йыл арта. Райондың белем биреү ойошмаларында мәктәп медиаүҙәктәре уңышлы эшләй, уларҙың составында мәктәп телевидениеһы ла бар. Шуларҙың береһе - Яңы Ергән ауылы мәктәбенең "Взгляд" мәктәп телевидениеһы, унда ҡатнашыусылар "Йәш журналистар медиаүҙәге-студияһы" берекмәһе уҡыусылары.
Бөгөн балалар Аҡъяр телерадиотапшырыуҙар һәм кино-видеопрокат студияһында экскурсияға барҙы. Улар коллектив менән яҡындан таныша, ижад тарихы тураһында мәғлүмәттәр ала, телевидение продукттарының нисек барлыҡҡа килеүен үҙ күҙҙәре менән күрә һәм хатта үҙҙәрен алып барыусы ролендә һынап ҡарай. Хәбәрсе Нурия Байғужина студияны күрһәтте һәм эштең асылын һөйләне, ә видеоинженер Илнур Ҡырымғужин видео өсөн монтаж программалары тураһында һөйләне, ҡорамалдарҙы күрһәтте һәм йәш хәбәрселәргә бер нисә кәңәш бирҙе.
Ҡыҙҙар үҙҙәре өсөн күп файҙалы нәмәләр белде һәм алған белемдәрен практикала ҡулланырға вәғәҙә итте.