Бөгөн 25 февралдә Өфөлә «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы - 2025» педагогик оҫталыҡ конкурсын асыу тантанаһы үтте.
2025 йылда конкурс 35-се юбилейын билдәләй һәм яңы форматта үтә. Унда республиканың 148 уҡытыусыһы ҡатнашты.
Хөрмәтле ҡунаҡтар: Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Светлана Антипина, БР Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, РФ халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика ойошмаһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Андрей Кузнецов һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Аҡмулла университеты ректоры Салауат Сәғитов сәләмләү һүҙҙәре менән сығыш яһаны.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара конкурсында беҙҙең район намыҫын 1-се Аҡъяр мәктәбе уҡытыусыһы Венера Йәрмөхәмәтова яҡлай. Ә "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2025" конкурсында Өфө ауылы мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Урания Исмәғилева һәм 2-се Аҡъяр мәктәбенең физика уҡытыусыһы Мәүлиҙә Ҡадаева ҡатнаша. Конкурсанттарыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!