Бүребай ауылы мәктәбе уҡыусыһы Айҙар Һөйөндөков тарих буйынса бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының төбәк этабы призеры булды! Айҙарҙы һәм уның остазы Светлана Рафиҡ ҡыҙы Титованы ҡотлайбыҙ.
Әйткәндәй, Олимпиадала республиканан 232 уҡыусы ҡатнашты. Айҙарға тарихты өйрәнеүҙә артабанғы уңыштар, яңы асыштар һәм сағыу еңеүҙәр теләйбеҙ!