Донъяла иң матур ил -
Ул минең тыуған илем.
Донъяла иң-иң матур тел -
Ул - минең туған телем!
Ысынлап та, беҙҙең туған телебеҙ шул тиклем матур, бай. Беҙҙең өсөн туған тел - башҡорт теле. Башҡорт теле - халҡыбыҙҙың данлы тарихы, быуаттар буйына тупланған хазинаһы.
Беҙҙең "Шатлыҡ" балалар баҡсаһында Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған "Йөрәк һүҙе" шиғриәт конкурсы үтте. Бәйге "Аҡбуҙат" өлкәндәр төркөмө тәрбиәләнеүселәре башҡарыуында "Башҡорт телендә һөйләшәм" йыры менән башланып китте. Был сара халҡыбыҙҙың яҙмышы, теле өсөн битараф булмаған, тыуған илем тиеп янып - көйөүселәр өсөн уҙғарылды. Балалар үҙҙәренең әсәйҙәре, ҡартәсәйҙәре менән шиғыр һөйләү оҫталыҡтарын күрһәтеп, төрлө шағирҙарҙың туған тел тураһында шиғырҙарын илһамланып, йөрәктәренән сығарып һөйләнеләр. Бәйге булғас, еңеүселәре лә була.
I урынды "Ал елкәндәр" төркөмөнән Дәүләтҡоловтар ғаиләһе, II урынды "Аҡбуҙат" төркөмөнән Килдебаевтар ғаиләһе, III урынды "Бал ҡорттары" төркөмөнән Айҙашевтар һәм "Ал елкәндәр" төркөмөнән Нураевтар ғаиләләре яуланы. Шулай уҡ бәйгелә Ғафаровтар, Асҡаровтар, Әхмәтовтар, Илбәковтар ғаиләләре әүҙем ҡатнашҡан өсөн маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнделәр. Шундай рухлы ғаиләләр булғанда, матур, бай телебеҙҙең киләсәге бар, юғалмаҫ тигән өмөттәбеҙ.