2025 йылдың 15 ғинуарынан 10 февраленә тиклем Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы булышлығында «Подрост» бөтә Рәсәй юниорҙар урман конкурсының төбәк этабы уҙғарылды, ундаСоветтар Союзы геройы Ҡәйүм Әхмәтшин исемендәге Оло Әбеш ауылы мәктәбе уҡыусыһы Арыҫлан Хөсәнов «Урман үҫемлектәре экологияһы» номинацияһында призер булды. Илмир Хунафин етәкселегендәге мәктәп урмансылығы республика конкурстарында беренсе йыл ғына ҡатнашмай, уның тәрбиәләнеүселәре һәр ваҡыт призлы урындар яулай һәм төрлө номинацияларҙа еңеүсе була. Арыҫлан менән Илмир Йомағужа улын ҡотлайбыҙ! Уларға артабан да уңыштар теләйбеҙ!