Бөтә яңылыҡтар
10
МӘҒАРИФ
31 Ғинуар , 15:01

Рус  теле һәм әҙәбиәтенең йыл уҡытыусыһы

3-сө Аҡъяр мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зинира Собханғолова муниципаль конкурс еңеүсеһе.

Рус  теле һәм әҙәбиәтенең йыл уҡытыусыһы
Рус  теле һәм әҙәбиәтенең йыл уҡытыусыһы

 3-сө Аҡъяр  мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зинира Собханғолова “Рус  теле һәм әҙәбиәтенең йыл уҡытыусыһы-2025” муниципаль конкурсы еңеүсеһе булып танылды.

-Дөйөм педагогик стажым 9 йыл. Был конкурста икенсегә ҡатнашам. Еңеүгә өлгәшеүем өсөн сикһеҙ шатмын. Конкурста ҡатнашыу миңә комфорт зонаһынан сығыу, һөнәри яҡтан үҫешеү, яңы белем алыу мөмкинлеге бирҙе. Һәр яҡлап хуплап торған коллегаларыма рәхмәтлемен. Уларҙың ярҙамһыҙ бәлки бындай һөҙөмтәгә өлгәшә алмаған да булыр инем. Республика конкурсында ла район намыҫын лайыҡлы яҡлармын, тип ышанам, - тине үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашып Зинира Дамир ҡыҙы.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас: