Башҡортостанда балалар баҡсаһы өсөн түләү артты. Республика хөкүмәтенең яңы хаҡтар тураһында ҡарары рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Документтан күренеүенсә, иң юғары хаҡ – Өфөлә. Иң күбендә ул бер көнгә 185 һум була, был 2024 йылға ҡарағанда 7 һумға ҡиммәтерәк. Икенселә – Өфө районы (182 һум). Өсөнсө урында — Стәрлетамаҡ. Бында түләү кәмендә 178 һум тәшкил иткән.
Иң түбән түләү Әбйәлил районында билдәләнгән (138 һум).
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, балалар баҡсаһында түләү күләмен муниципаль берәмек хакимиәттәре билдәләй. Ул Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән билдәләнгән максималь күләмдән юғары була алмай.
«Башинформ» яҙғанса, Башҡортостанда ғаиләләргә балалар баҡсаһы өсөн түләүҙең бер өлөшө компенсациялана. Бер балаға ул – 20%, икенсеһенә – 50%, өсөнсө һәм унан һуңғы балалар өсөн 70% тәшкил итә.
Инвалид балаларҙың ата-әсәләре, етем балаларҙың законлы вәкилдәре, шулай уҡ мобилизацияланғандарҙың балалары түләүҙән азат ителә. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә 50% ташлама бирелә.