Алтын һәм көмөш миҙал юғары уҡыу йортона ингәндә абитуриентҡа өҫтәмә балдар бирә.
I дәрәжә «Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн» тигән алтын миҙал менән:
- 10-11-се кластарҙа өйрәнгән бөтә предметтар буйынса йомғаҡлау баһаһы булараҡ «бик яҡшы» билдәһе алған;
- рус теленән һәм һайлап алған бер предметтан берҙәм дәүләт имтиханын 70-тән юғары балға тапшырған;
- математиканан тик база һәм рус теленән имтихан тапшырған осраҡта һуңғыһынан «бик яҡшы» билдәһе алған уҡыусылар бүләкләнә.
Көмөш йәки II дәрәжә «Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн» миҙалы:
- 11-се класс өсөн аттестатҡа иң күбе ике дүртле, ҡалғандарынан бишле алған;
- рус теленән һәм тағы бер предметтан берҙәм дәүләт имтиханын 60 һәм унан юғарыраҡ балға тапшырған;
- база математикаһын тапшырған осраҡта уның өсөн бишле алған уҡыусыларға тапшырыла.
Уҡыусы дәүләт сығарылыш имтиханы тапшыра икән, алтын миҙал өсөн дә, көмөшө өсөн дә уға рус теле һәм математика буйынса «бик яҡшы» билдәләр алырға кәрәк.
️Миҙал юғары уҡыу йортона ингәндә берҙән алып унға тиклем өҫтәмә балл бирә – һәр уҡыу йортоноң үҙ ҡағиҙәһе бар. Көмөш награда өсөн юғары уҡыу йорттарының ҡайһы берҙәре алтын наградаға ҡарағанда кәмерәк, ә ҡайһы берҙәре шунса уҡ балл өҫтәй. Күпме балл биреләсәген юғары уҡыу йортоноң рәсми сайтында йәки ҡабул итеү комиссияһында белешергә мөмкин.