«Иң Яҡшы юнармеец» муниципаль конкурсы Хәйбулла районында икенсе тапҡыр үткәрелә, уның ойоштороусылары - Мәғариф идаралығы, Аҡъяр ауылының Балалар ижады йорто һәм «Юнармия» бөтә Рәсәй хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәтенең урындағы бүлексәһе штабы.
Быйыл конкурста Сиҙәм ауылы мәктәбенән Егор Жаворонков, Подольск ауылы мәктәбенән Кирилл Хөснуллин, Маҡан ауылы мәктәбенән Искәндәр Хәлиуллин, Аҡъяр ауылы 3-сө мәктәбенән Гөлдәр Ғөбәйҙуллина, Бүребай ауылы мәктәбенән Максим Долматов, Аҡъяр ауылы 2-се мәктәбенән Йәнтимер Ғөбәйҙуллин ҡатнашты. Йәштәр интеллектуаль ярышта, ижади конкурста, автоматты һүтеүҙә һәм йыйыуҙа ярыша, погондар буйынса хәрби звание билдәләй.
Һөҙөмтәлә өсөнсө урынды ярыштарҙа ҡатнашҡан берҙән-бер ҡыҙ Гөлдәр Ғөбәйҙуллина яуланы. Икенсе урында - Максим Долматов. «Иң яҡшы йәш армеец» исеменә лайыҡ булған Йәнтимер Ғөбәйҙуллинға кубок менән бүләкләнде. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа Мәғариф идаралығы грамоталары менән бүләкләнде, ә призерҙарға һәм еңеүселәргә аҡсалата сертификаттар тапшырылды. Афарин!