Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
16 Декабрь 2024, 20:12

Аҡъярҙың "Бәпембә" балалар баҡсаһы иң яҡшылары иҫәбендә!

Өфө ҡалаһында «Башҡорт һәм башҡа туған телдәрҙә уҡытыу менән иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы» Республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

Аҡъярҙың "Бәпембә" балалар баҡсаһы иң яҡшылары иҫәбендә!
Аҡъярҙың "Бәпембә" балалар баҡсаһы иң яҡшылары иҫәбендә!

Өфө ҡалаһында «Башҡорт һәм башҡа туған телдәрҙә уҡытыу менән иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы» Республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Сарала Башҡортостан Республикаһының туған һәм башҡорт телдәрендә уҡытыу алып барылған 78 балалар баҡсаһы ҡатнашты.

Конкурс Башҡортостан Республикаһы Башлығының йөкләмәһен үтәү сиктәрендә һәм «Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен Һәм башҡортостан республикаһы халыҡтары телдәрен Һаҡлау һәм үҫтереү» дәүләт программаһына ярашлы ойошторолдо. Уның төп маҡсаты — башҡорт һәм башҡа туған телдәрҙә белем биреүҙе әүҙем үҫтергән мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына ярҙам итеү һәм уларҙы дәртләндереү, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы туған (башҡорт) телендә уҡытыу һәм тәрбиәләү өлкәһендә һөҙөмтәле педагогик практикаларҙы тәҡдим итеү һәм таратыу, мәктәпкәсә белем биреү кимәлендә белем биреү һәм тәрбиә эшмәкәрлегендә инновацион алымдарҙы популярлаштырыу

Конкурсҡа һәр ҡатнашыусы үҙенең балалар баҡсаһының мәктәпкәсә милли белем биреү программаларын тормошҡа ашырыуҙағы уңыштарын сағылдырған портфолио һәм видеоматериалдар тәҡдим итте. Был документтар жюриға һәр белем биреү ойошмаһының эшен объектив баһаларға ярҙам итте.

Республика буйынса 48 башҡорт балалар баҡсаһы араһынан “Туған (башҡорт) телендә уҡытыу алып барылған иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы” номинацияһында “Бәпембә” балалар баҡсаһы II урын яуланы.

Аҡъярҙың "Бәпембә" балалар баҡсаһы иң яҡшылары иҫәбендә!
Аҡъярҙың "Бәпембә" балалар баҡсаһы иң яҡшылары иҫәбендә!
Автор:Әнисә Рахманғолова, Аҡъяр ауылы "Бәпембә" балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе.
Читайте нас: