Өфө ҡалаһында “Йәш шайморатовсылар балы” үтте. Унда 1-се Аҡъяр мәктәбенән Зарина Муллабаева Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан “Йәш шайморатовсы” танытмаһы һәм почетлы билдәһен алды.
Балда республиканың алты районынан 230-ҙан ашыу уҡыусы йыйылды. Уларҙың барыһы ла уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа, ижади һәм фән конкурстарында, спорт ярыштарында призлы урындар яулай, йәмәғәт эшендә һәм ирекмәнлек хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашалар.