Башҡортостанда мәктәптәрҙә дөрөҫ туҡланыу буйынса курстар асылыуы ихтимал. Тура бәйләнеш барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа танылған блогер, сәләмәт туҡланыу буйынса эксперт Регина Доктор ошондай тәҡдим менән мөрәжәғәт итте. Республикала мәктәп туҡланыуы буйынса эш әүҙем алып барыла, уның сифаты даими яҡшыра, әммә балалар араһында һимереү һәм икенсе типтағы шәкәр диабеты осраҡтары арта, тип билдәләне ул.
«Мин диетолог булараҡ, туҡланыу культураһының ғаиләнән килеүен аңлайым. Шуға күрә беҙ эксперт-диетологтар менән балалар туҡланыуы тураһында хәйриә проекты эшләнек. Сөнки әсәйҙәрҙең күбеһе балаларын нисек һәм нимә менән туҡландырырға белмәй. Һәм беҙ уны арзаныраҡ итергә, шул иҫәптән педагогтар араһында таратырға теләйбеҙ», — тип үҙ тәҡдимен әйтте ул.
Был бик кәрәкле тәҡдим, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. Ул шулай уҡ, Рәсәйҙә иң яҡшыһы булыуына ҡарамаҫтан, республика мәктәп туҡланыуы өлкәһен камиллаштырыу буйынса эшен дауам итәсәк, тип өҫтәне.
«Мәктәп туҡланыуы — ул халыҡ һаулығына индергән өлөшөбөҙ. Күп йылдар инде был эш менән шөғөлләнәбеҙ, әммә ҡайһы бер балалар һаман да мәктәп ашамлыҡтарын иғтибарһыҙ ҡалдыра. Һәм бында эш стереотиптарҙа. Әгәр һеҙ беҙгә ошондай мөмкинлек бирһәгеҙ, беҙ бындай курстарҙы мотлаҡ индерербеҙ, әммә бының өсөн Роспотребнадзор һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығының хуплауын алырға кәрәк буласаҡ», — тине Радий Фәрит улы.
Балалары мәктәптә уҡыған ата-әсәләр иҫләйҙер: бер нисә йыл элек күп уҡыусылар мәктәп ашханаһына инеп тә ҡарамай ине. Сәбәбе ябай: Тәмһеҙ! Һалҡын! Файҙалы түгел! Ярты көнөн мәктәптә үткәргән балаларға йылы һәм тәмле аштың ни тиклем кәрәклеге тураһында әйтеп тороу артыҡ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәктәп туҡланыуының милләт һаулығының төп элементы булараҡ мөһимлеген аңлай. Сөнки республиканы етәкләй башлауына күп тә үтмәне ул был системаны үҙгәртә башланы. Һәм был дөрөҫ тә. Беренсенән, йылы, тәмле һәм файҙалы аш – сәләмәтлек. Икенсенән, белем алыр өсөн көс кәрәк, ә уны аҙыҡтан алмай ҡайҙан алаһың? Ҡыҫҡаһы, мәғариф системаһында сифатлы туҡланыу булдырыу эше башланды.
Аҙыҡ-түлек сифатын яҡшыртыу һәм йылы аш-һыу менән тәьмин итеү буйынса байтаҡ эштәр башҡарылыуына ҡарамаҫтан, ҡайһы берҙә балалар тәҡдим ителгән ризыҡтарҙы ашамай, сөнки ҡыҙҙырылған картуф һәм башҡа туҡланыу стереотиптары менән мауыға. Хәлде үҙгәртеү өсөн яңы алымдар, шул иҫәптән хәйриә проекттарын индерергә кәрәк, шул уҡ ваҡытта Роспотребнадзор һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығы талаптарын үтәү мөһим. Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш барышында Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығына санитар хеҙмәттәрҙең тәҡдимдәрен иҫәпкә алып, йәмәғәтселәр тәҡдим иткән башланғыстарҙы әҙерләргә ҡушылды.