Сарала район хакимиәте башлығының урынбаҫары Роза Рәсембәтова, район мәғариф идаралығы начальнигы Айгөл Кәримова, ата-әсәләр йәмғиәте вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты. Уны муниципаль ата-әсәләр йыйылышы президиумы рәйесе Альбина Ғәбитова алып барҙы. Йыйылыштың төп маҡсаты булып мәктәп, балалар баҡсалары, өҫтәмә белем биреү учреждениелары һәм ата-әсәләр йәмғиәте хеҙмәттәшлеге мәсьәләләре буйынса фекер алышыу торҙо. Ата-әсәләр белгестәр менән аралаша, үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирә алды.