Тропик джунгли, сүллек, йыл әйләнәһенә ҡыҙҙырған ҡояш, бай тарихи үткәндәр, үҙенсәлекле мәҙәниәт, бер һүҙ менән әйткәндә, экзотика! 2-се Аҡъяр мәктәбенең 10-сы “а” класы уҡыусылары ысын мексиканлы менән танышып, һөйләште.
Карлос ғаиләһе менән кәләше Альбина Хәкимованың туғандарына ҡунаҡҡа ҡайтҡан. Уҡыусылар Мексика тураһында ҡыҙыҡлы факттар, ғәжәйеп традициялары, тарихы тураһында мәғлүмәт тупланы. Әңгәмә испан, рус һәм инглиз телдәрендә барҙы. Әйткәндәй, балаларҙа сит телдәрҙе ентекләп өйрәнеүгә лә ынтылыш бирҙе был осрашыу.
Осрашыу аҙағында Карлос беҙҙең милли музыка ҡоралы—ҡурай менән танышты. Шуныһы ҡыҙыҡ, сит ил ҡунағын уҡыусыларҙың мәктәп формаһы ғәжәпләндәрҙе. Уларҙа уҡыусылар мәктәпкә үҙҙәре теләгән кейемдә йөрөй. Мексикала көнөнә 4 дәрес уҡыйҙар икән, ә беҙҙә 7 дәрес. Тағы ла уларҙа яңы уҡыу йылы августа башлана һәм йәйге каникулдар бары тик 1,5 ай. Ә көндәр ныҡ эҫе булыу сәбәпле, дәрестәр иртәнге 7-лә башлана икән.
Шулай итеп, Мексиканан килгән ҡунаҡ менән осрашыу бик ҡыҙыҡлы булды. Балалар ҙа, ҡунаҡ та оҙаҡ айырылғыһы килмәне. Бына ошондай ғәҙәти булмаған осрашыу үтте 10-сы “а” класында.
МАОУ СОШ №2 с.Акъяр