Хәйбулла педагогтары «Методик команда» республика конкурсында район исеменән уңышлы сығыш яһаны.
Мәғариф хеҙмәткәрҙәрҙе фәнни-методик яҡтан оҙатыуҙың иң яҡшы муниципаль тәжрибәләрен асыҡлау, уларға ярҙам итеү һәм таратыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһы мәғариф хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталығын өҙлөкһөҙ күтәреү үҙәге «Методик команда» республика конкурсын ойошторҙо.
Хәйбулла командаһы составына Мәғариф идаралығы методисы Е. В. Лазарева, мәктәп директорҙары урынбаҫарҙары методик берекмәһе етәксеһе Э. Ф. Ҡәйепова, Өфө ауылы мәктәбенең уҡыу буйынса директор урынбаҫары Р. Ф. Ғәзизова, "Остаз" муниципаль клубы етәксеһе Г. Я. Һөйөндөкова инде.
Конкурс өс этаптан торҙо. Беренсеһе диагностик этабы сентябрҙә үтә, унда команданың һәр ҡатнашыусыһы дистанцион уҡытыу сайтында диагностика үтә. Уның һөҙөмтәләре буйынса уҡытыусыларыбыҙ конкурстың киләһе этабына үтте.
Октябрҙә уҙған һайлап алыу конкурсының икенсе этабында конкурсанттарға педагогик хеҙмәткәрҙең шәхси белем биреү маршрутын төҙөүҙә оҫталыҡтарын күрһәтеп, методик мәсьәләне хәл итергә тура килде. Был бурысты уңышлы үтәп, районыбыҙ командаһы финалға сыҡты.
21 ноябрҙә Өфөлә ике турҙан торған конкурстың финал этабы үтте. Бөтә конкурс һынауҙары һөҙөмтәләре буйынса Хәйбулла районы командаһы «Һөнәри оҫталыҡ һәм методик эшмәкәрлеккә тоғролоҡ өсөн» номинацияһында еңеүсе булды. Ҡотлайбыҙ!