Йыл һайын, 20 ноябрҙә, Бөтә донъя балалар хоҡуҡтары көнө билдәләнә. Иҫтәлекле дата балалар хоҡуҡтары буйынса беренсе хоҡуҡи документ – «БМО-ның бала хоҡуҡтары тураһында Конвенцияһы»н ҡабул итеүгә арналған.
Ошо уңайҙан Аҡъяр ауылы Балалар ижады йортонда ошо көнгә арналған конкурс-уйын программаһы үтте. «Мода дизайны», «Аҡъяр Dance», «Йәш журналистар медиаүҙәге-студияһы» берекмәләренән балалар күңелле ваҡыт үткәрҙе. Улар ике командаға бүленеп, төрлө конкурстарҙа ярыша: кроссвордтар һәм ребустар сисә, әкиәттәрҙең исемдәрен һүрәттәр буйынса фаразлай, «һаҙлыҡ» аша үтә, «балыҡ» тота. Бөтә конкурстар ҙа аҡыл, физик һәләттәрҙе, ваҡ моториканы һәм фантазияны үҫтереүгә йүнәлтелгән. Балалар тиҙ арала бер-береһе менән уртаҡ тел таба, командаға берләшә һәм был уларҙы еңеүгә алып килә. Ярыштар йомғаҡтары буйынса "Мелстрой" командаһы еңә, "Торнадо" командаһы бер мәрәйгә генә ҡалыша. Бөтә балалар яҡшы кәйеф, көс-дәрт һәм татлы бүләктәр алды.