Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы 2024-2025 йылдарға мәктәптәр өсөн уҡыу календарын баҫтырып сығарҙы.
Элекке кеүек үк, быйыл да республика уҡыусыларын көҙгө, ҡышҡы һәм яҙғы каникулдар көтә.
«Беренселәр өсөн өҫтәмә ял көндәре 2025 йылдың 15-23 февраленә билдәләнгән», — тип хәбәр итте Мәғариф министрлығының матбуғат секретары Лина Сарбаева.
Йәйге каникул 27 майында башлана һәм 31 августа тамамлана.