Күптән көтөлгән йәй етеү менән район халҡы көтөлмәгән һауа шарттарына юлыҡты. Беҙҙә яуған ҡойма ямғырҙар ғәҙәти йәшәү рәүешен боҙоп ҡына ҡалманы, инфраструктуралағы етди проблемаларҙы ла асты. Иң ныҡ зыян күргән объекттарҙың береһе Аҡъяр ауылының Балалар ижады йорто була, уның ҡыйығынан һыу ағып төшә башлай, ә бина тирәләй отмоскалар ныҡ зыян күрә.
Балалар ижады йорто бинаһы 2009 йылда төҙөлгән. Был ваҡыт эсендә бина капиталь ремонтҡа мохтаж булмай, йылытыу системаһы ғына алмаштырыла, һәм планлы ремонт үткәрелә.
Быйыл асыҡланған проблемаларға яуап итеп урындағы властар бинаның тәүге торошон тергеҙеү өсөн кәрәкле ремонт эштәренә 2 миллион һум самаһы аҡса бүлә. Планлаштырылған ремонт эштәре ағымдағы проблемаларҙы хәл итергә генә түгел, ә конструкцияның оҙайлылығын тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Подрядсы ойошма - Сибай ҡалаһы шәхси эшҡыуары Илнар Утарбаев.
Бөгөнгө көнгә ҡыйыҡтағы ремонт эштәре тамамланған. Түбәне өлөшләтә гипсокартон менән көпләү һәм подвалға инеү төркөмөн ремонтлау дауам итә.
Балалар ижады йорто директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Әнисә Балдыбаева әйтеүенсә, июль ямғырҙары ваҡытында түбәнән спорт залға һыу ағып төшә, һөҙөмтәлә түшәмдең япмаһы ысҡына башлай. «Икенсе ҡатта зыян майҙаны артты, шулай уҡ фойела яңы урында һыу аға башланы. Бинаның периметры буйлап подвал бүлмәләренә ямғыр һыуы шишмә кеүек аҡты. Ҡыйыҡтан һыу ағыуы арҡаһында спорт залында түшәм япмаһы емерелеү ҡурҡынысы бар. Балаларҙың хәүефһеҙлеге маҡсатында залда дәрестәр үткәреү мөмкин түгел. Спорт залында өс түңәрәктең балалары (250-гә яҡын уҡыусы) шөғөлләнә. Подвалды һыу баҫҡас, бинаның дымлылығы ныҡ артты, был уҡыусыларҙың һәм хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығына зыян килтерә. Шуға бәйле беҙ район хакимиәте етәкселегенә учреждениеның ҡыйығын һәм отмоскаларын ремонтлауға аҡса бүлеүҙе һорап мөрәжәғәт иттек», - ти ул.
Фото:Зилә Аҡъюлова