Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
16 Сентябрь , 16:09

Һанлы технологиялар дәүерендә йәшәйбеҙ

“Цифрлы белем биреү проекттарын файҙаланабыҙ”,-- уҡытыусы Айгөл Рәсембәтова

Һанлы технологиялар дәүерендә йәшәйбеҙ
Һанлы технологиялар дәүерендә йәшәйбеҙ

Һанлы технологиялар дәүерендә йәшәйбеҙ

“Цифрлы белем биреү проекттарын файҙаланабыҙ”,-- уҡытыусы Айгөл Рәсембәтова

3-сө Аҡъяр  полилингваль  мәктәбенең  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы  Айгөл Рәшит ҡыҙының педагогик хеҙмәте стажы 14 йыл. Заманса эшләгән тәжрибәле педагог  менән  бөгөнгө көндә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнеүҙә ҡулланырға мөмкин булған цифрлы белем биреү проекттары тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

--Бөгөн донъя фәнни-техник прогресс юлынан ҙур тиҙлек менән бара, әлегә тиклем булған бөтә техник сараларҙың иң ҡеүәтлеһе булған компьютер менән бер кемде лә ғәжәпләндермәйһең. Цифрлы арауыҡ бала тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө булып тора, ул бәләкәйҙән башлана. Шулай итеп, уның тирә-яҡ донъя, дөйөм кешелек ҡиммәттәре тураһында ҡараштарын формалаштырыу сығанағы булып ата-әсәләр, социаль мөхит һәм белем биреү ойошмалары ғына түгел, медиаресурстар ҙа тора.

Бөгөнгө көндә заманса технологиялар иҫ киткес йылдам үҫешкән мәлдә, башҡорт телен  ҡыҙыҡлы заманса технологияларҙы ҡулланып, яңы форматта уҡытыуҙы ойоштороу бик мөһим.  Әлбиттә, цифрлы белем биреү дәрестәрҙә уҡытыусы менән йәнле аралашыуҙы алмаштыра алмай, ә уҡытыусыға яңы инструменттар һәм ресурстар бирә,--ти Айгөл  Рәшит ҡыҙы.

Тәжрибәле педагог белдереүенсә, ул башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә белем сифатын үҫтереү маҡсатында Learning App.org программаһын ҡуллана. Заман талаптарына тап килтереп уҡыусыларҙың белем сифатын арттырыу, мәғлүмәт менән эшләргә өйрәтеүҙә был алым бик ҡулай.  “Цифрлы белем биреү проекттары телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята, уҡыусының үҙ аллы эшләү  һәләтен үҫтерә, уҡытыу сифатын күтәрә”,--ти ул.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы әңгәмә барышында  туған телдә белем биреүҙе  заманлаштырыу тураһында  бик ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле итеп еткерә. Балаларыңдың ошондай педагогтың ҡул аҫтында уҡыуына, туған телде өйрәнеүенә ҡыуанырға ғына булалыр.

--Интерактив модуль уҡыу процесына терәк булып тороусы ҡушымта. Онлайн-сервис төрлө модулдәр барлыҡҡа килтерергә, уны һаҡларға һәм ҡулланырға, ирекле алмашырға ярҙам итә. Был программаға уҡыусыларҙы теркәп һәм улар менән ситтән тороп аралашыу мөмкинлеге бар. Бында 34 төрлө интерактив күнегеүҙәр макеты эшләп була, 20 телдә актив эшләп килә. Мәҫәлән, «Төшөп ҡалған хәрефтәрҙе яҙығыҙ», «Парын табығыҙ» кеүек һүҙбәйләнештәр, кроссвордтар, викторина һорауҙары, тестар төҙөргә була, шунда уҡ уҡыусыларға үҙҙәренең эшмәкәрлеген тикшереү мөмкинлеге лә бар. Улар күнегеүҙәрҙе ҡыҙыҡһынып эшләйҙәр. Шулай уҡ “Индерәүҙем башҡорт теле” тип аталған проекттан да дәрес өсөн кәрәкле материалдар ҡулланырға мөмкин. Дәрестә һүҙлек эшен ойоштороуҙа электрон һүҙлектәр  ҡулланыу бик отошло эш төрө. Шулай уҡ, дәрескә кәрәкле тематик һүҙлекте уҡытыусы үҙе лә әҙерләй ала. Онлайн һүҙлектәрҙе практик күнегеүҙәр эшләгәндә, русса-башҡортса йәки  башҡортса-русса һүҙҙәрҙе тәржемәләгәндә ҡулланыуы уңайлы. Йәнле һүрәттәр менән бергә дөрөҫ дикциялы аудиояҙмаһы булған һүҙлек дәрестең лексик материалын тағы ла сағыуыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ итә. Тәҡдим ителгән һүҙлектәрҙе ата-әсәләр ҙә баланың уҡыуын күҙәтеү өсөн ҡуллана ала. Бер темаға арналған һүҙлектәр ҙә була, шулай уҡ синоним, фразеологик берәмектәр һүҙлеге онлайн форматта булдырылған.

 Wordwall универсаль уҡыу ресурсы проекты белем биреү процесының иң мөһим бурыстарының береһен хәл итә - уҡыусыларҙың мотивацияһын күтәрә! Был ресурс ярҙамында дифференциаль һәм индивидуаль уҡытыуҙы ойошторорға мөмкин, һәр баланың мөмкинлектәрен иҫәпкә алып, төрлө күнегеүҙәр төрҙәрен, мәҫәлән, баҫма йәки интерактив күнегеүҙәрҙе булдырырға мөмкин. Сервис структураһы сервис менән эшләүҙең беренсе этабында теркәлергә кәрәк. Интерактив заданиеларҙы планшетта, компьютерҙа, телефонда, шулай уҡ интерактив таҡтала эшләргә мөмкин. Иң мөһиме,  минең фекеремсә, Wordwall универсаль уҡыу ресурсы проектының дәүләт имтихандарын тапшырыуҙа ла ярҙамы ҙур.

Сервис үҙенең контентын булдырыу ғына түгел, ә сервис китапханаһындағы заданиены ҡулланыу мөмкинлеген дә тәҡдим итә. Шулай уҡ башҡа уҡытыусыларға китапханала дәрес табырға, унда уйнарға һәм, кәрәк булһа, уны яҡшыртырға мөмкинлек бирә. Әммә заданиены шәхси формала ла һаҡларға мөмкин, тимәк, уға тик ижадсы ғына инә ала. «Берләшмә» битендә сервис китапханаһына индерелгән заданиелар күрһәтелгән. Бында шаблон исеме, шулай уҡ предмет өлкәһе һәм темаһы буйынса күнегеүҙәр табырға мөмкин. «Минең һөҙөмтәләрем» тигән ҡалыпта уҡыусыларға ебәрелгән заданиеларҙың үтәлешен күҙәтергә һәм задание үтәгән уҡыусылар буйынса статистиканы күрергә мөмкин.

Әлеге ваҡытта 3-сө Аҡъяр полилингваль мәктәбе китапханаһында 900 ашыу электрон китап йыйылған. Шуларҙың араһынан һәр бер кеше үҙенә оҡшаған, кәрәкле китапты табып аласаҡ. Башҡорт классиктары, балалар өсөн китаптар, фәнни һәм мағариф китаптары. Әгәр башҡортса китап уҡып алырға кәрәк тигән уйҙар йөрөткән булһағыҙ, тимәк берәй нимә һайлап, уны уҡый башларға ваҡыты еткән! ,--тине үҙ эше тураһында күҙҙәре осҡонланып, ихлас итеп һөйләгән Айгөл Рәсембәтова.   

**

Радий Хәбиров,  Башҡортостан Башлығы:

--Илебеҙ Президенты ҡушыуы һәм  федераль хөкүмәттең ярҙамы менән  беҙең  белем биреү системаһы һуңғы йылдарҙа  масштаблы күләмдә финанс ярҙам алды.  Мәктәптәрҙе заманлыштырыуға ғына 7,6 млрд. һум йүнәлтелде. Башҡортостан райондары мәктәптәрендә  маҡсатлы һанлаштырыу мөхите булдырыла.  Шуның һөҙөмтәһе булып,  белем биреү  учреждениеларына юғары тиҙлекле интернет үткәрелдә, кабинеттар яңыртыла, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: