Уҡытыусы тигән изге һөнәргә бар ғүмерен арнап, үҙ эшен ҙур теләк менән башҡарған, балаларға ихлас күңел йылыһын бүлгән педагогтар бихисап.
Ошо хеҙмәткә 20 йылдан ашыу ғүмерен бағышлаған Әбеш урта мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Венера Әминева ана шуларҙың береһе. Ул тыуған Әбеш урта мәктәбен тамалағас, Магнитогорск ҡалаһындағы педагогия университетында уҡып, ошо тыуған мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Бына инде күп йылдар ул тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү дәрестәрен алып бара. Уның дәрестәре ҡыҙыҡлы үтә. Уҡыусылары менән фәнни-ғәмәли конферецияларҙа ла ҡатнашып, призлы урындар яулайҙар. Балаларҙа тыуған яҡты өйрәнеүгә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Мәктәп музейы ла уның ҡарамағында.
2023-2024 уҡыу йылында Венера Тимерйән ҡыҙы “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә ҡатнашты. 5-се класта “Боронғо ваҡыттағы Олимпия уйындары” темаһына йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы асыҡ дәрес күрһәтте.
Венера Тимерйән ҡыҙы ауыл тормошонда ла ҡайнап йәшәй. “Айыҡ ауыл-2023” сиктәрендә ойошторолған барлыҡ сараларҙа ла ул әүҙем ҡатнашыусы һәм ойоштороусы ла. Районда уҙғарылған саңғы ярыштарында ла гел алдынғы урындарҙы яулай.
Әбеш ауылы егете Фәнил Әминев менән матур ғаилә ҡороп, өс балаға ғүмер биргәндәр. Ҡыҙҙары Илзиә Гай медицина колледжын тамамлап, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында эшләй, улдары Венер әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтып, алыҫ Норильск ҡалаһында эшләй. Ә инде кинйә улдары Азамат 7-се класта белем ала. Бар йөрәген балаларға биргән, тырыш, илһөйәр уҡытыусы ул Венера Тимерйән ҡыҙы!
Айгөл Ҡырғыҙбаева,
Әбеш урта мәктәбенең уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары.