Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
4 Сентябрь , 13:32

Земфира ҡытай телен Ҡытайҙа өйрәнгән

3-сө Аҡъяр күп профилле полилингваль мәктәбе уҡытыусыһы Земфира Ҡыҙрасова район мәғарифы тарихында тәүгеләрҙән булып йәш хәйбуллаларға ҡытай теленән белем бирә. Беҙ уға уҡыусылар шундай ҡатмарлы көнсығыш телен өйрәнгәндә ниндәй проблемаларға юлығыуы, меңәрләгән иероглифтарҙы нисек иҫтә ҡалдырып булыуын һәм башҡа һорауҙар биреп,   әңгәмә ҡорҙоҡ.

Земфира ҡытай телен Ҡытайҙа өйрәнгән
Земфира ҡытай телен Ҡытайҙа өйрәнгән

Һөйләшеүселәр һаны буйынса донъяла иң таралған телде – ҡытай телен өйрәнеүгә Рәсәйҙә айырым иғтибар бирелә. Мәҫәлән, ҡайһы бер мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында тап ҡытай теле – мотлаҡ өйрәнелергә тейешле икенсе сит тел (инглиз теле менән бер рәттән). Был аңлашыла ла – беҙҙең ил айырыуса Ҡытай менән төрлө өлкәләрҙә тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырған. Ике дәүләт араһында сауҙа әйләнеше арта барып, иҡтисади бәйләнештәр үҫешкән һайын, Рәсәйҙә Конфуций телен белеүселәргә ихтыяж йылдан-йыл арта бара.

3-сө Аҡъяр күп профилле полилингваль мәктәбе уҡытыусыһы Земфира Ҡыҙрасова район мәғарифы тарихында тәүгеләрҙән булып йәш хәйбуллаларға ҡытай теленән белем бирә. Беҙ уға уҡыусылар шундай ҡатмарлы көнсығыш телен өйрәнгәндә ниндәй проблемаларға юлығыуы, меңәрләгән иероглифтарҙы нисек иҫтә ҡалдырып булыуын һәм башҡа һорауҙар биреп,   әңгәмә ҡорҙоҡ.

Земфира Хөрмәт ҡыҙы, ни өсөн һеҙ тап ҡытай телен өйрәнә башланығыҙ? Һеҙҙе был аҙымға нимә этәрҙе?

Мәктәптә уҡыған ваҡытта инглиз теле менән ҡыҙыҡһына башланым. Хатта класташтарым миңә “англичанка” тип исем таҡтылар. Үҙ көсөмдө һынап ҡарайым тип, Мифтахетдин Акмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогик университетының сит ил телдәр факультетына уҡырға индем.  3-сө курста уҡыған саҡта тормошто үҙгәртергә теләгем тыуҙы. Бер ваҡыт өлкән ағайым Рөстәм Ҡытайҙа уҡып ҡайтырға мөмкинлек бар тигәс, шул минутта уҡ ризалыҡ биреп, документтар әҙерләү яғын хәстәрләнем.

Ҡайҙа белем алдығыҙ? Быға тиклем ҡайҙа эшләнегеҙ?

1-се Аҡъяр урта мәктәбендә 9-сы класты тамамлағас, 2011 йылда Өфө педагогик колледжына башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәре буйынса уҡырға индем,  ә 2015 йылда БДПУ сит ил телдәре уҡытыусыһына укый башланым. 2018 йылда Ҡытайға барып, Эске Монголия автономиялы районында ҡытай телен өйрәнеп ҡайттым. Уҡыу йортон тамамлағас, Аҡъярға ҡайтып, «Шатлыҡ» балалар баҡсаһына инглиз теле уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлымды башланым. Хәҙер декрет ялында булһам да, студент ваҡыттарҙы һағындырғас, ситтән тороп магистратурала белем алам.

Балаларға телде үҙләштереү еңелдән түгелдер... Уҡытыуҙа ҡыйынлыҡтар, проблемалар бармы?

Ҡытай теле ҡатмарлы тип һанала, һәм был ысынлап та шулай. Әммә уның үҙ эске логикаһы бар. Һәм әгәр һин уны аңлай алһаң, барыһы ла үҙ урынына баҫа, әйтерһең дә, пазлдар бер һүрәткә йыйыла. Ҡытайҙарҙың нисек уйлауы асыҡлана. Һинең алдыңда мәҙәни мираҫ хазинаһы асыла, һәм был һоҡландыра! Сит телдәрҙе үҙләштереү өсөн тел мөхитен барлыҡҡа килтерергә кәрәк. Уҡытыуҙа ҡытай теленең фонетик яғы ҡыйынлыҡ килтерә, сөнки ҡытай телендә бер ижекте дүрт тон менән эйтергә була һәм ул дүрт мәғәнәне аңлата. Шуға күрә, ҡытайҙар менән аралашҡанда һүҙҙе дөрөҫ тон менән әйтмәһәң, улар һине аңламаҫҡа мөмкин.

Уҡытыуҙа ниндәй алымдар ҡулланаһығыҙ? Меңәрләгән иероглифтарҙы  иҫтә ҡалдырыу өсөн ниндәй кәңәштәр бирәһегеҙ?

Иероглифты иҫтә ҡалдырыу өсөн ассоциация алымы минеңсә иң яҡшыһы, сөнки ул хәтерҙе генә түгел, ә фантазия һәм фаразлауҙы үҫтерә. Мәҫәлән, иероглиф 雨ямғырҙы аңлата. Бында тәҙрәлә ямғыр тамсылары тора икән тип ассоциация төҙөп, иҫтә ҡалдырырға мөмкин.

Студент саҡта «Сессия мәлендә ҡытай теленән имтихан ҡуйһалар, бер төн эсендә ятлар инек», – тип шаярта инек. Ысынында иһә был телде күпме ваҡыт эсендә өйрәнеп була икән? Дөйөм алғанда,  был көнсығыш теленең бөтә нескәлектәренә өйрәнеү мөмкинме һуң?

Сит телдәре белгестәре араһында урыҫ телендә әйтем бар:  «Выучить иностранный язык невозможно, его можно только изучать» йәғни шиғырҙы ятлаған кеүек сит телде ятлап, өйрәнеп булмай, сөнки ер шарында бөтә телдәр даими үҙгәрештәр кисерә. Хатта башҡорт телендә лә ҡайһы бер һүҙҙәр бер мәғәнәһен юғалтып икенсе мәғәнә ала.

Ҡытай телен өйрәнеү өсөн күпме ваҡыт кәрәк тигәндә – һәр кешенең үҙенән тора тип уйлайым. Кемгәлер ҡытай телен аралашыу өсөн өйрәнгәндә ярты йыл етә, кемгәлер 5 йылда әҙ һымаҡ күренә. Кешенең тырышлығынан, маҡсатҡа ынтылышлығынан тора.  Минеңсә, бөтә нескәлектәренә өйрәнеп бөтөп булмай, сөнки бының өсөн Ҡытайҙа тыуырға йәки шунда оҙаҡ ҡына йәшәргә кәрәк тип иҫәпләйем.

Ҡытай телендә өс миҫал килтерһәгеҙ ине...

你好«нихао» – «сәләм, һаумы»;  我爱你 «уо ай ни» – «мин һине яратам»; 谢谢«се се» – «рәхмәт».

Башҡорт теле менән ниндәйҙер оҡшаш яҡтары бармы?

Әлбиттә, хатта оҡшаш өндәр ҙә бар. Мәҫәлән, Һ, Ң, Ү башҡорт өндәре ҡытай телендә лә бар. Ҡытай телендә 吗 «ма» тигән һорау киҫәксәһе башҡорт телендәге «эшләнеңме», «ашаныңмы» тигәндә «ме», «мы» ялғауҙарына оҡшаш.  Ғөмүмән, туған башҡорт телеңде белеү сит ил телдәрен өйрәнгәндә бик файҙалы.

Уҡыусылар һәм ата-әсәләр ҡытай телен уҡытыуға нисек ҡарайҙар?

Ҡытай телен уҡытыуға уҡыусылар һәм ата-әсәләр етди ҡарайҙар. Дәрес һайын уҡыусылар Ҡытайға барып ҡайтырға теләктәрен белдерәләр. Ата-әсәләре үҙҙәре лә ҡытай телен өйрәнергә теләйҙәр.

Ә ни өсөн тап уҡытыусы һөнәрен һайланығыҙ? Үҙегеҙ тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтһәгеҙ ине...

Акъярҙа тыуып үҫтем. Ғаиләлә 3 бала: ике ағайым һәм кинйә мин. Бала саҡтан үҙемдән бәләкәстәрҙе әүрәтергә, улар менән уйнарға ярата торғайным. 5-се класта уҡығанда ике туған 5  йәшлек Нурзидә һеңлемде 1-се класс уҡыу программаһынан башҡортса, русса уҡып-яҙырға һәм математика фәнен өйрәтә башланым. Шул ваҡытта киләсәктә уҡытыусы була икәнемде аңланым. Хәҙер Нурзидә һеңлем мине уҙҙырып, мәктәпте алтын миҙалға бөтөп, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлап, хәҙер 5 телде – башҡорт, рус, инглиз, француз һәм ҡытай телдәрен “һыу кеүек эсә”. Үҙем кеше әгәр ҙә бер нимә аңлап етмәһә, теүәлләп аңлатырға яратам. Аңлаған ваҡытта кешенең йөҙө үҙгәргәнен күҙәтеү миңә киннәнес килтерә. Балаларға үҙемдең белемем менән уртаҡлашырға яратам.

Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, йәки ҡытайса әйткәндә «се се». Эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!

ӘЙТКӘНДӘЙ: 20 апрелдә Ҡытай теле көнө билдәләнә. 2010 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы уның 6 рәсми телдәренең (ғәрәп, ҡытай, инглиз, француз, рус һәм испан) һәр береһе өсөн тел көндәре булдыра. 20 апрелдә 5000 йыл самаһы элек мифик император Хуан Диҙың һарай тарихсыһы Цан Цзе ҡытай яҙмаһын уйлап тапҡан тип иҫәпләнә. Хәҙерге ваҡытта донъяла ҡытай телендә 1,3 миллиардтан ашыу кеше һөйләшә. 2019 йылда Рәсәйҙә ҡытай теле Берҙәм дәүләт имтиханы формаһында тапшырылған предметтар исемлегенә индерелә. 2021 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәй мәктәптәрендә ошо көнсығыш телен 91 меңдән ашыу уҡыусы өйрәнгән. 2022 йылда 22 мең студент илебеҙҙең 142 юғары уҡыу йортонда ҡытай теле өйрәнгән, шул уҡ ваҡытта яҡынса 6,5 мең Рәсәй студенты Ҡытай университеттарында белем алған.
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: