2 сентябрҙә Күмертау ҡалаһының Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатында Белем көнө үтте.
Гимназия капиталь ремонттан һуң тантаналы рәүештә асылды, тип хәбәр итә уҡыу йорто директоры Шайморат Тимербулатов. Ремонт эштәре «Мәктәп белем биреү системаларын модернизациялау» федераль программаһы буйынса башҡарылған.
Тантаналы линейкала абруйлы ҡунаҡтар, ҡала етәкселеге вәкилдәре, ата-әсәләр, ветерандар, педагогтар Һәм уҡыусылар ҡатнашлығында Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовҡа бюст асылды.