МӘҒАРИФ
28 Август 2024, 09:31

Хәйбулланың мәғариф хеҙмәткәрҙәре оло ҡорға йыйылды

Белем көнөнә тиклем һанаулы ғына көндәр ҡалды. Был иһә педагогтар, ата-әсәләр һәм уҡыусылар өсөн мәшәҡәтле лә, күңелле лә осор башлана тигән һүҙ. Бөгөн 3-сө Аҡъяр мәктәбендә педагогтарҙың традицион август кәңәшмәһе уҙҙы.

Хәйбулланың мәғариф хеҙмәткәрҙәре оло ҡорға йыйылдыХәйбулланың мәғариф хеҙмәткәрҙәре оло ҡорға йыйылды
Хәйбулланың мәғариф хеҙмәткәрҙәре оло ҡорға йыйылды

Хәйбулла районының мәғариф хеҙмәткәрҙәре «Рәсәйҙә билдәләнгән яңылыҡтар сиктәрендә муниципаль белем биреү системаһын үҫтереү» август кәңәшмәһенә йыйылып, уҙған уҡыу йылына йомғаҡ яһаны һәм яңы уҡыу йылына эш итеү стратегияһын билдәләне, бурыстар ҡуйҙы. 3-сө Аҡъяр мәктәбендә уҙған сарала  мәктәптәр һәм балалар баҡсалары етәкселәре, уҡытыусылар, тәрбиәселәр һәм педагогик хеҙмәт ветерандары ҡатнашты.                     Мәғариф буйынса кәңәшмә – Хәйбулла районы тормошонда мөһим ваҡиға, унда мәғариф системаһын идара итеүгә дөйөм алымдар булдырыуға, белем биреү процесының асыҡлығын тәьмин итеүгә, шулай уҡ Рәсәйҙә Ғаилә йылы сиктәрендә маҡсатлы сараларҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән ғәмәли тәҡдимдәр әҙерләнде.

Кәңәшмә Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министры Сергей Кравцовтың  видеосәләме менән башланды. Артабан педагогтар форумында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының Мәғариф өлкәһендә контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм белем сифатын баһалау идаралығы начальнигы Әлфиә Баҡыева, хәрби хәбәрсе,  Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Ильяс Батыргәрәев, Аҡъяр ауылы «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы мөдире Альбина Сурина сығыш яһаны.  

Кәңәшмә 2023-2024 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса бүләкләү тантанаһы менән тамамланды Дөйөм алғанда, йылдан-йыл  мәғариф системаһына ҡуйылған мәсьәләләр ҡатмарланһа ла, беҙҙең районда был өлкә  һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә, һәр ваҡыт етәкселектең ярҙамын тоя. Был  уҡыусыларҙың да, уҡытыусыларҙың да ҡаҙаныштарында берҙәй  асыҡ күренә.

Хәйбулланың мәғариф хеҙмәткәрҙәре оло ҡорға йыйылды
Хәйбулланың мәғариф хеҙмәткәрҙәре оло ҡорға йыйылды
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас