МӘҒАРИФ
28 Августа 2024, 14:11

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Август кәңәшмәһе сиктәрендә «Йылдың иң яҡшы мәктәбе», «Йылдың иң яҡшы балалар баҡсаһы», «Иң яҡшы көндөҙгө лагерь», «Иң яҡшы профилле лагерь», «Иң яҡшы мәктәп яны участкаһы» конкурстары еңеүселәре тәбрикләнде, уларға аҡсалата премиялар тапшырылды

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Хәйбулла районының мәғариф хеҙмәткәрҙәре август кәңәшмәһенә йыйылып, уҙған уҡыу йылына йомғаҡ яһаны һәм яңы уҡыу йылына эш итеү стратегияһын билдәләне, бурыстар ҡуйҙы. 3-сө Аҡъяр мәктәбендә уҙған сарала  мәктәптәр һәм балалар баҡсалары етәкселәре, уҡытыусылар, тәрбиәселәр һәм педагогик хеҙмәт ветерандары ҡатнашты.   Кәңәшмә  бүләкләү тантанаһы менән тамамланды.

2023-2024 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса ике төркөм буйынса райондың дөйөм белем биреү учреждениеларының уҡыу эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалған. Комиссия дөйөм белем биреү учреждениеларының төрлө йүнәлештәр буйынса эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен баһалай.
«Йылдың иң яҡшы мәктәбе» конкурсы йомғаҡтары буйынса быйыл  2-се Аҡъяр, Татыр-Үҙәк  һәм Яңы Ергән мәктәптәре еңеүсе тип танылды. «Йылдың иң яҡшы балалар баҡсаһы» конкурсы еңеүселәре - Аҡъяр ауылының «Йәйғор» балалар баҡсаһы һәм Маҡан ауылының «Миләшкәй» балалар баҡсаһы. Еңеүселәргә аҡсалата сертификаттар тапшырылды. 

«Иң яҡшы көндөҙгө лагерь» конкурсында 13 лагерь ҡатнаша. Беренсе урынды алған Бүребай ауылы мәктәбенә 12 000 һум күләмендә премия менән бирелде, икенсе урында - Өфө ауылы мәктәбе 10 000 һум күләмендә премия менән бүләкләнде, өсөнсө урынға лайыҡ булған Йәнтеш ауылы мәктәбенә 8 000 һум күләмендә премия тапшырылды.

«Иң яҡшы профилле лагерь» конкурсында 12 000 һум күләмендә премия менән Татыр-Үҙәк ауылы мәктәбе базаһындағы «Йәйләү» муниципаль профилле лагеры еңеүсе дипломы менән бүләкләнә.

«Иң яҡшы мәктәп яны участкаһы» конкурсы еңеүселәре:

  • Аҡъяр ауылының 2-се мәктәбе 10 000 һум күләмендә премия менән,
  • Һамар ауылы мәктәбе 10 000 һум күләмендә премия менән,
  • Яңы Ергән ауылы мәктәбе, 10 000 һум күләмендә премия менән,
  • Степной ауылының балалар баҡсаһы 10 000 һум күләмендә премия менән бүләкләнде. Ҡотлайбыҙ!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас