Август кәңәшмәһе сиктәрендә райондың белем биреү учреждениеларына интерактив комплекттар һәм ноутбуктар алыуға сертификаттар тапшырыу тантанаһы уҙҙы.
«Аныҡ эштәр» проекты республикала, шул иҫәптән беҙҙең районда ла, беренсе йыл ғына тормошҡа ашырылмай һәм иң күләмле проекттарҙың береһе булып тора. Был проект ярҙамында уҡыу кабинеттарын йыһазландырыу өсөн интерактив комплекстар һәм ноутбуктар һатып алына. Былтыр 19 мәктәп ошо әһәмиәтле проект буйынса 3 миллион һумдан ашыу суммаға - 20-нән ашыу төрлө инвентарь һәм ҡорамал алды. Быйыл был проект буйынса балаларҙы уҡытыу өсөн дөйөм суммаһы 3 миллион 412 мең һумлыҡ техник ҡорамалдар һатып алынған.