МӘҒАРИФ
26 Август 2024, 15:11

Ҡотлайбыҙ, Йәмилә Фәтих ҡыҙы!

Аҡъяр ауылы “Йәйғор” балалар баҡсаһының өҫтәмә белем биреү педагогына Башҡортостан Республикаһы Башлығы премияһын биреү тураһында дипломын тапшырылды

Ҡотлайбыҙ, Йәмилә Фәтих ҡыҙы!Ҡотлайбыҙ, Йәмилә Фәтих ҡыҙы!
Ҡотлайбыҙ, Йәмилә Фәтих ҡыҙы!

Стәрлетамаҡ ҡалаһында мәғариф хеҙмәткәрҙәренең республика август кәңәшмәһе булып үтте. 16 августа 3-сө башҡорт лицейы һәм Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия һәм гимназияның балалар баҡсаһында милли белем биреү буйынса киңәйтелгән дискуссия майҙансыҡтар ойошторолдо. 7- се секцияла ҡаралған "Башҡортостан республикаһында дәүләт теле сәйәсәте: төбәк тәжрибәһе һәм тормошҡа ашырыу перспективалары" тип аталған дискуссия майҙансығында Аҡъяр ауылы 3-сө “Шатлыҡ” полилингваль балалар баҡсаһының мөдире Сурина А.Ғ. һәм Аҡъяр ауылы “Йәйғор” балалар баҡсаһының өҫтәмә белем биреү педагогы Хәйбуллина Й.Ф. ҡатнашты. Йәмилә Фәтих ҡыҙы “Балалар баҡсаһында туған телде өйрәтеү һәм уҡытыуҙағы яңы алымдар” темаһына үҙ оҫталығы менән бүлеште. Пленар кәңәшмә барышында республиканың мәғариф һәм фән министры Илдар Марат улы Мәүлетбирҙин "Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының Йыл Педагогы" республика профессиональ конкурсы сиктәрендә уҙғарылған " Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы" конкурсы лауреаты Хәйбуллина Йәмилә Фәтих ҡыҙына Башҡортостан Республикаһы Башлығы премияһын биреү тураһында дипломын тапшырҙы.

Автор:Гөлназ Ибраһимова, "Беҙ бергә" медиаүҙәге етәксеһе
Читайте нас