МӘҒАРИФ
26 Август 2024, 10:28

Хәйбулла районында йыл әйләнәһенә эшләгән лагерь буласаҡ

Был турала оператив хөкүмәт кәңәшмәһендә республика Башлығы хәбәр итте

Хәйбулла районында йыл әйләнәһенә эшләгән лагерь буласаҡХәйбулла районында йыл әйләнәһенә эшләгән лагерь буласаҡ
Хәйбулла районында йыл әйләнәһенә эшләгән лагерь буласаҡ

Хәйбулла районында йыл әйләнәһенә эшләгән лагерь буласаҡ

Был турала оператив хөкүмәт кәңәшмәһендә республика Башлығы хәбәр итте

--Илеш районында “Орленок” лагерын йыл  әйләнәһенә эшләгән лагерь итеп эшләнек.  Әйҙәгеҙ, Хәйбулла районы Йәнтеш ауылында ла ошондай лагерь эшләп ҡарайыҡ. Ошо юҫыҡта эшләгеҙ, мин  район башлығына вәғәҙә иттем.  Һеҙ комиссия менән сығып,  тикшерегеҙ, тәҡдимдәр индерегеҙ. Әлбиттә, бында  хакимиәт башлығының да  тырышлығы кәрәк һәм Рөстәм Динислам улы был йәһәттән һынатмаҫ тип уйлайым. Ә беҙ финанс яҡтан ярҙам итербеҙ,--тине Радий Хәбиров.

“Башинформ” хәбәр итеүенсә,  унан алда Радий Хәбиров республика  райондары ауыл биләмәләре етәкселәре менән үткәрелгән семинарҙа ҡатнашты. Ауыл Советтары вәкилдәрен балалар өсөн ял лагерҙары төҙөү мәсьәләһе борсой. Семинарҙа  Урал аръяғында һауыҡтырыу учреждениеһы асыу тураһында тәҡдим ҡарала. Республика етәкесеһе билдәләүенсә,  төбәк төрлө райондарҙа заманса балалалар лагерҙары булдырыу өҫтөндә эшләй.

Автор: Лейла Аралбаева

Фото:Валерий Шахов

https://www.bashinform.ru/

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас