МӘҒАРИФ
22 Август 2024, 10:31

Яңы уҡыу йылына—заманса кабинет

Бүребай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте класы мультимедиа комплексы менән  йыһазландырылды

Яңы уҡыу йылына—заманса кабинетЯңы уҡыу йылына—заманса кабинет
Яңы уҡыу йылына—заманса кабинет

Бүребай мәктәбе уҡыусыларын ҡыуаныслы ваҡиға көтә—1 сентябрҙән балалар  заманса мультимедиа комплексы менән йыһазландырылған  башҡорт теле һәм әҙәбиәте  кабинетында белем ала башлаясаҡ. Был  Башҡортостанда дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса конкурста еңеү һөҙөмтәһе. Сөнки  республикала иң яҡшылары тип табылған ун белем усағы араһында Бүребай ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты ла бар! Шуның һөҙөмтәһе булып,  Бүребай мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Лилиә  Гәрәеваға кабинетты мультимедиа комплексы менән йыһазландырыу сертификаты тапшырылды.

Әлбиттә республика кимәлендәге  ҙур уңыш осраҡлы түгел,  был башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы  Лилиә  Рәис ҡыҙының һөнәри оҫталығы, фәнни-методик һәм инновацион эшмәкәрлеге тураһында һөйләй.

-- Республикабыҙҙа 2019 йылдан алып “Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм туған телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә  Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарын заманса техника менән йыһазландырыу өсөн республика мәктәптәре араһында бәйге ойошторола.  Һөҙөмтә булараҡ, район һәм ҡала мәктәптәренә мультимедиа комплекстары тапшырыла. Еңеүселәрҙе жюри ағзалары махсус билдәләнгән критерийҙар, портфолио-презентация һөҙөмтәләре буйынса һайлап ала. Мәҫәлән, конкурстың төп шарттарының береһе – мәктәптә интернет селтәре тиҙлеге юғары сифатлы булырға һәм уҡытыусы комплекстың барлыҡ мөмкинлектәрен ҡуллана алырға тейеш.Шулай уҡ, уҡытыусының, уҡыусыларҙың уңыштары ла иң тәү сиратта күҙ уңында тотола. Был программа тормошҡа ашырылыуын, таныш булған тел уҡытыусыларының был конкурста еңеп сығып, кабинеттарын мультимедиа комплексы менән байытыуҙарын ишетә-күрә йөрөй торғас,  ошо бәйгелә ҡатнашып ҡарау теләге тыуҙы, сөнки  башҡорт телен мультимедиа комплексы менән йыһазландырыу, йәғни проектор, интерәүҙем таҡта, ноутбук һәм күп функциялы ҡорамалдар балаларға туған телде өйрәтеү,   уҡыу сифатын яҡшыртыу, уларҙа ошо фәнгә ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа һис шикһеҙ ҙур роль уйнай. Минеңсә, мультимедиа комплексы менән йыһазландырылған кабинетта эшләү уҡытыусыларҙың ижади эшмәкәрлеген үҫтереүҙә, уларҙың һөнәри үҫешен дәртләндереүҙә, башҡорт телен туған һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыу буйынса инновацион эшләнмәләр төҙөүҙә, имтихандарға әҙерләүҙә ҙур ярҙам булып тора,--ти йәш педагог.

Йәш педагог Лилиә Гәрәеваның хеҙмәт стажы 15 йыл. Ошо ваҡыт эсендә уның тос уңыштары ла байтаҡ. Уҡытыусының фиҙаҡәр хеҙмәте төрлө  конкурстарға призерҙар әҙерләгән өсөн  Мәғариф һәм фән министрлығы  һәм  район мәғариф идаралығының Рәхмәт хаттары менән баһаланған.  Ул “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2018” бәйгеһенең муниципаль этабы еңеүсеһе.

 --Уҡыусыларымдың  төбәк-ара  олимпиадаларҙың муниципаль этабында еңеү яулауҙары һәм призер булыуҙарына ҡыуанам һәм ғорурланам. Республика кимәлендәге был мәртәбәле еңеү ул минең генә уңыштар түгел, ә туған тел буйынса уҙғарылған төрлө олимпиада, конкурстарҙа ҡатнашып еңеү яулаусы уҡыусыларымдың хеҙмәт емеше лә. Әйткәндәй, минең институттан һуң Бүребай мәктәбенә килеп эш башлауыма, шулай уҡ мәктәп асылыуға 15 йыл. Мультимедиа комплексы ошо юбилейға ҙур бүләк булды инде,--тине Лилиә Гәрәева.

 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  мәктәптә белем биреүҙе үҙ эшмәкәрлегендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе тип билдәләй. “Белем биреү—айырым хәстәрлек талап итә. Һәр мәктәптә, ауылдарҙа ла, ҡалаларҙа ла сифатлы белем биреү һәм тәрбиә өсөн бөтә шарттар булдырыу мөһим”,--ти Радий Хәбиров. “Башҡортостанда дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә һәм Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса төбәктә “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты” конкурсы ойошторола.

 

Мәнәүәрә Бохарбаева, педагогия хеҙмәте ветераны:

  • Мәктәптәрҙә заманса белем биреү технологияларын индереү  дәрестәрҙең ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле булыуына булышлыҡ итә. Мәҫәлән, интерәүҙем таҡталар педагогтарға дәрестәргә ярашлы видео, аудио, картинкалар кеүек мультимедия ресурстары файҙаланырға мөмкинлек бирә. Улар уҡыусыларҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итә, материалдарҙы хәтерҙә тотоуҙы еңелләштерә.  Ә проекторҙар ярҙамында дәрестә ҡыҙыҡлы презентациялар эшләргә мөмкин.

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас