Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк етәксеһе вазифаһына тәғәйенләнгәндән алып төрлө уңайлы осраҡтарҙа башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, дәүләт теле булараҡ уның ҡулланылыш даирәһен киңәйтеү тураһында үҙ фекерҙәрен әйтә, социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙа килә. Һәм һәр ваҡыт был эште бер көн эсендә генә башҡарыу мөмкин түгеллеген, ҙур уңыштарҙың бәләкәй аҙымдарҙан башланыуын билдәләй.
2018 йылдың 4 ғинуарында Башҡортостан Башлығы Указы менән башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд булдырылды. 2019 йылдан Башҡортостанда дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында республика етәксеһе гранты билдәләнде. Йыл һайын финанслау күләме 50 млн. һум тәшкил итә. Был һәр кем өсөн ҡыҙыҡлы проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирә.
2022 йылда «Туған телдә уҡытыу менән мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» айырым һөнәри оҫталыҡ конкурсы, 2023 йылда «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» республика һөнәри конкурсы һәм уның сиктәрендә уҙғарылған «Туған телдә уҡытыу менән мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» конкурсы еңеүселәренә һәм лауреаттарына Башҡортостан Республикаһы Башлығы премияһы булдырылды.
2023 йылда БР Хөкүмәтенең иң яҡшы башҡорт һәм рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына тапшырылған премиялар һаны 50-нән 100-гә тиклем арттырылды. Әйткәндәй, беҙҙең райондан был премияға ете педагог лайыҡ була. Бының тураһында һәм Хәйбулла районында башҡорт телен уҡытыу торошо менән тулыраҡ район мәғариф идаралығының туған телдәр буйынса методисы Сөмбөл Әлибаева һәм Татыр-Үҙәк мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Рәйфә Тулибаева һөйләне.
Сөмбөл Әлибаева, район мәғариф идаралығының туған телдәр буйынса методисы:
–2023-2024 уҡыу йылында район мәктәптәрендә 3738 уҡыусы белем ала. Уларҙың 2897-һе башҡорт милләтенән һанала. Ата-әсәләрҙең ғаризалары нигеҙендә мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу 3 кимәлдә ойошторола: башҡорт мәктәптәрендә уҡытыу башҡорт телендә алып барылыу, рус мәктәптәрендә башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнеү. Райондың, филиалдарҙы ла иҫәпкә алғанда, 35 белем усағының 19-ында 964 бала өсөн белем һәм тәрбиә биреү, уставтарында яҙылғанса, башҡорт телендә ойошторола. Рус мәктәптәрендә белем алыусы 1302 бала башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүҙе һайлаған. 1325 бала башҡорт телен 3-сө йүнәлеш буйынса, йәғни дәүләт теле булараҡ өйрәнә.Районыбыҙ мәктәптәрендә бөгөнгө көндә 36 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы иҫәпләнә, уларҙың барыһы ла юғары белемгә эйә. 30 уҡытыусы юғары, 6-һы беренсе категорияға эйә. Улар араһында 3 «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы», 4 – «Рәсәй Федерацияһының почетлы хеҙмәткәре», 5 – Башҡортостан Республикаһының почетлы хеҙмәткәре, 11-е «Башҡортостан Республикаһының Мәғариф алдынғыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Район мәктәптәрендә 32 башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты йыһазландырылған, уларҙа 23 компьютер, 8 интерактив таҡта, 10 проектор иҫәпләнә. Ике йыл рәттән уҡытыусыларҙың эшкә ижади ҡарашын үҫтереүгә, профессиональ йәһәттән камиллашыуына, кабинеттарҙың матди-техник базаһын нығытыуға, башҡорт телен уҡытыуҙа инновацион технологияларҙы ҡулланыуға булышлыҡ итеүгә йүнәтелгән «Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты» республика конкурсында районыбыҙ уҡытыусылары Гөлфирә Мөхәмәтшина (2-се Акъяр мәктәбе), Лилиә Гәрәева (Бүребай мәктәбе) еңеү яуланылар. Уларға “Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтарының телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетына мультимедиа комплексы һатып алыуға сертификаттар тапшырылды. Башҡорт телен популярлаштырыуға арналған финанс яҡтан тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторолған Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә гранттар конкурсында ла башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары үҙҙәрен һынатмай. Бөтәһе 7 уҡытыусы матди ярҙам алыуға өлгәште.
Рәйфә Тулибаева, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе, Татыр-Үҙәк мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы:
—Ниндәй генә заман килһә лә уҡытыусы һөнәре иң кәрәкле һәм шул уҡ ваҡытта иң сетереклеһе булып ҡала. Беҙҙең төп эшмәкәрлек башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә, уҡыусыларҙың тыуған яҡ тарихы буйынса белемен тәрәнәйтеүгә, башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына, уның мәҙәниәтенә һөйөү һәм хөрмәт тойғоһо тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Районыбыҙҙың күп кенә туған тел уҡытыусылары электрон әсбаптар һәм интерактив, интернет-технологиялар ҡулланып уҡытыуҙы ҡыҙыҡлы һәм һөҙөмтәле тип һанай. Башҡортостан Хөкүмәтенең «Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусыларын аҡсалата бүләкләү тураһында» ҡарары «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары тураһында», «Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында» закондарына ярашлы дәүләт телдәрен уҡытыу сифатын яҡшыртыу, башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусыларын матди дәртләндереү маҡсатында ҡабул ителде. Башҡортостан Республикаһының грантына Сиҙәм мәктәбенең уҡытыусыһы Рәйлә Фәйзуллина, Әбүбәкер мәктәбенән Рәйлә Сынбулатова, 1-се Аҡъяр мәктәбенең уҡытыусылары Мәрфүғә Азаматова, Әлфиә Бохарбаева, мәрхүмә Рәсимә Ибраһимова, Татыр-Үҙәк мәктәбенең уҡытыусылары Рәйфә Тулибаева (ике мәртәбә) һәм Гөлназ Назарова лайыҡ булды. Был уҡытыусыларҙың һәр береһе икешәр-өсәр тиҫтә йыл балаларға башҡорт теленән белем биреп, йәш быуынды телһөйәр, илһөйәр итеп тәрбиәләүгә фиҙаҡәр хеҙмәт итә. Рәсәй Федерацияһының грантын Хәйбулла уҡытыусылары араһынан иң беренселәрҙән булып Әбеш мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әминә Юнысова, һуңынан 2-се Аҡъяр мәктәбенең уҡытыусыһы Менәүәрә Бохарбаева алды, мин үҙем дә шул уҡ грантҡа ике мәртәбә эйә булдым. Бынан тыш, башҡорт теле буйынса Бөтә Рәсәй, төбәк-ара олимпиада һәм конкурстар еңеүселәренә Башҡортостан Башлығы премияһы ҡаралған.