Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
30 Июль 2024, 22:57

Сәғүд Ғәрәбстанынан еңеү менән ҡайттылар!

Бөтә донъя олимпиадаһында дүртенсе алтын миҙал яулаған Вадим Харисовты һәм уның остазы, яҡташыбыҙ  – БДМУ-ның дөйөм химия кафедраһы доценты Айнур Ғүмәровты ҡотлайбыҙ!

Сәғүд Ғәрәбстанынан еңеү менән ҡайттылар!
Сәғүд Ғәрәбстанынан еңеү менән ҡайттылар!

Вундеркинд Вадим Харисов республикабыҙҙа уҡырға теләй. Уҡыусы Өфө дәүләт нефть университетына документтарын тапшырған, тип хәбәр итте үҙенең телеграм-каналында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл һәләтле уҡыусы ӨДНТУ-ның университетҡа тиклемге мәктәбен – Республика инженер лицей-интернатын тамамланы.

«Был инде беҙҙең еңеү – Вадим Харисов Өфө дәүләт нефть техник университетына документтарын тапшырҙы. Вадим юғары белемде өйҙә, тыуған республикаһында – Евразия ғилми-тикшеренеү үҙәгенә ингән юғары уҡыу йортонда аласаҡ. Беҙ уны аҡыллы, маҡсатлы, фәнде үҫтерергә әҙер егеттәр өсөн булдырҙыҡ. Вадимға һәм беҙҙең юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән бөтә абитуриенттарға уңыштар юлдаш булһын!»

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем «Башинформ» йәш химиктың Сәғүд Ғәрәбстанында үткән 56-сы Бөтә донъя химия олимпиадаһында еңеүсе булыуы хаҡында яҙғайны. Вадимдың коллекцияһында был дүртенсе алтын миҙал.

«Уның уңышының сере оло һәләтендә, шулай уҡ Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәзуллина алымдары буйынса эшләгән олимпиада хәрәкәте уҡытыусылары ассоциацияһында, системалы рәүештә әҙерләнеүҙә. Вадимдың остазы – БДМУ-ның дөйөм химия кафедраһы доценты Айнур Ғүмәров», — тип билдәләне Радий Хәбиров. 

 
 
сығанаҡ:Башинформ
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: