Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
30 Июль 2024, 15:31

Һаумы, мәктәп!Һаумы, класташ!

50 йыл элек 1-се Аҡъяр мәктәбен тамамлаусылар осрашты

Һаумы, мәктәп!Һаумы, класташ!
Һаумы, мәктәп!Һаумы, класташ!

Уларҙың ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаты алыуҙарына  50 йыл үткән. Ярты быуат элек  ул саҡтағы йәш егеттәр һәм ҡыҙҙар  бер-береһен, туған мәктәбен, уҡытыусыларҙы,  дуҫлыҡты онотмаҫҡа биргән вәғәҙәләрен тотоп,  биш тиҫтә йылдан һуң йәнә 1-се Аҡъяр мәктәбенә йыйылды. 1974 йылда район үҙәгендәге берҙән-бер  белем усағы 4 сығарылыш класының  96 ҡарлуғасын үҙаллы тормош юлына осора. Улар араһында 15  кешенең киләсәктә педагогия юлын һайлауы ла күп нимә тураһында һөйләй.

Мәктәп йылдарынан һуң яҙмыш елдәре уларҙы төрлө яҡҡа ташлай:  институт, техникум,  училище,  хеҙмәт юлы. Һәр кемдең үҙ яҙмышы. Әле бөтәһе лә хаҡлы ялда, ғаилә,  балалар һәм ейәндәр һөйәләр. Әлбиттә, йылдар шауҡымы ла уларҙы үҙгәрткән. Бер-береһен танымай тороусылар ҙа булды, тик күҙҙәрҙәге шатлыҡ осҡондары, ихлас йылмайыу һаман да әүәлгесә,  парта артында ултырған 17 йәшлек егет һәм ҡыҙҙарҙыҡы.

1-се Аҡъяр, туған мәктәбенә йыйылған сал сәсле олпат ағайҙар, йәшлек йылдарын хәтерләүҙән балҡып, йәшәреп киткән апайҙар элекке класташтары Сибәр Ҡоҙабаева биргән ҡыңғырау тауышына берҙәм мәктәп буҫағаһын атланы. Сығарылыш  кластар осрашыуы, бигерәк тә тиҫтә йылдар үткәс,  бигерәк тә тулҡынландырғыс. Бынан 50 йыл элек парта артында ултырған егеттәр һәм ҡыҙҙар бөгөн тормошта үҙ урындарын тапҡан, тыуған илгә  фиҙакәр хеҙмәт иткән олпат оло быуын вәкилдәре. Мәҫәлән, Бәғир Аҙнабаев ата–әсәһе мәрхүм булғас, апайы, ҡустылары менән Аҡъяр балалар йортонда тәрбиәләнә. Ул Аҡъяр мәктәбендә 10-сы класты тамамлай. Диңгеҙ флотына өс йылға хеҙмәт итергә барған егет, Төнъяҡ Тымыҡ океан флотында һыу аҫты кәмәһендә техник-электрик булып 12 йыл хеҙмәт итә. Отставкаға сыҡҡас, Рәсәйҙең, Башҡортостандың энергетика менән бәйле ойошмаларында, бөгөнгө көндә лә Башҡортостан Республикаһының “Хужалыҡ идаралығы” учреждениеһында  инженер-электрик вазифаһында уңышлы эшләй. Хеҙмәте буйынса океан буйлап ер шарын ураһа, эше буйынса командировкала Санкт-Петербургтан алып  Камчаткаға  тиклем йөрөй. Уның тырыш хеҙмәтен илебеҙҙең һәм Рәсәй Оборона министрлығының юғары наградалары биҙәй.Бишенсе кластан бергә уҡыған класташы Сәлимә менән бик матур ғүмер үтеп, атаһының һөнәрен һайлаған ике ул үҫтерәләр.

Рауил Ҡоҙабаев буласаҡ кәләше Мәүлиҙә Сәлимйән ҡыҙы менән Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия университетының математика факультетын тамамлай. Рауил Тимербулат улы Мәмбәт, Ғәлиәхмәт, Федоровка  мәктәптәре директоры, ә мәрхүмә тормош иптәше, Башҡортостандың халыҡ мәғарифы отличнигы Мәүлиҙә  Сәлимйән ҡыҙы математика фәненән уҡытып,  Хәйбулла районы мәғарифын юғары күтәрәләр. Уларға “Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы” исеме бирелә. Ҡоҙабаевтар 4 бала үҫтергән. Рауил Тимербулат улы  14 тапҡыр ҡартатай  булған.

Хәйрулла Солтанов участка милиционерынан алып  Хәйбулла районы Эске эштәр бүлеге етәксеһе урынбаҫары–енәйәтселеккә ҡаршы көрәш бүлеге етәксеһенә тиклем күтәрелә. Уның күкрәген өс дәрәжә “Намыҫлы хеҙмәте өсөн”,  “Милиция отличнигы”, “БР  Эске эштәр министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре” миҙалдары биҙәй. Ул 2003 йылда подполковник  званиеһында отставкаға сыға.Бөгөнгө көндә шәхси структурала Һаҡсылар етәксеһе. Тормош иптәше менән  ике ҡыҙ үҫтергәндәр. Уларҙың береһе табип булһа, икенсеһе атаһы кеүек хоҡуҡ һаҡлау органында хеҙмәт итә.

Байғусҡар ауылы ҡыҙы Люциә Ишмөхәмәтова Көйөргәҙе районы Зәк-Ишмәт ауылына  Хәмит исемле егеткә кейәүгә сығып, 6 ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр. Тик тормоштарына һөйөнөп йәшәгәндә,  бәләкәсенә 3 йәш кенә булғанда ғаилә башлығы яҡты донъянан китә. Люциә Зәйнулла ҡыҙы балаларына барлыҡ наҙын биреп, йөрәк әрнеүҙәрен баҫа.Ҡыҙҙарына лайыҡлы тәрбиә, юғары белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына баҫтыра.Зәк-Ишмәт ауылы мәктәбендә 30 йыл балалар уҡытып, хаҡлы ялға сыға. “Райхан” ансамбле ағзаһы, ағинәйҙәр  рәйесе.

Дауамын "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 31-се һанында уҡығыҙ. 

Әйткәндәй:

Класташтар осрашыуы үҙ-ара күрешеп-һөйләшеүгә генә ҡайтып ҡалманы.  Йөрәктәрендә илһөйәрлек, Ватан өсөн борсолоу тойғолары дөрләгән 1974 йылғы сығарылыш уҡыусылары үҙ-ара аҡса йыйып, “Туған тыл. Хәйбулла” төркөмө  ирекмәндәренә һыуытҡыс тапшырҙы.  Бынан тыш,  улар тиҙҙән  Хәйбулла яугирҙарына оҙатыласаҡ гуманитар ылауҙы тултырыуға ла үҙ өлөштәрен индерҙеләр. Ә хәрбиҙәргә яҙған хаттарында–бары тик изге теләктәр һәм  уларҙың Еңеү менән имен-һау ҡайтыуҙарына фатиха.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: