Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
24 Июль , 15:18

Башҡортостан уҡыусыһы Сәғүд Ғәрәбстаны баш ҡалаһы Эр-Риядта химия буйынса олимпиадала ҡатнаша

Рәсәй делегацияһы составына яҡташыбыҙ, химия уҡытыусыһы Айнур Мансур улы Ғүмәров та инде.

Башҡортостан уҡыусыһы Сәғүд Ғәрәбстаны баш ҡалаһы Эр-Риядта химия буйынса олимпиадала ҡатнаша
Башҡортостан уҡыусыһы Сәғүд Ғәрәбстаны баш ҡалаһы Эр-Риядта химия буйынса олимпиадала ҡатнаша

Әлеге көндәрҙә Сәғүд Ғәрәбстанында химия буйынса халыҡ-ара олимпиада бара. Эр-Рияд 90-дан ашыу илдән ҡатнашыусыларҙы ҡабул итте. Рәсәй командаһында — дүрт уҡыусы, улар араһында Башҡортостан химигы — Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы уҡыусыһы, республика инженер лицей-интернатын тамамлаған Вадим Харисов та бар.

Илдең йыйылма командаһына шулай уҡ Мәскәү уҡыусылары  — Тимур Әхмәтов, Матвей Васияров, Алексей Шарпило инде. Ҡатнашыусыларҙы теоретик һәм практик тур көтә.

Рәсәй делегацияһы составына яҡташыбыҙ — Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы остазы, химия уҡытыусыһы Айнур Мансур улы Ғүмәров та инде.

Дүрт йыл Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһында уҡыған Вадим Харисов химия буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының йомғаҡлау этабында өс тапҡыр еңеүсе булды, химия буйынса халыҡ-ара Менделеев һәм Бөтә донъя олимпиадаларында алтын миҙал яуланы. Быйыл яҙ һәләтле уҡыусы Ҡытайҙың Шэньчжэнь ҡалаһында үткән халыҡ-ара Менделеев олимпиадаһында еңде.

Ассоциацияның эшмәкәрлеге Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәҙуллинаның тәжрибәһенә нигеҙләнгән. Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы остазы Айнур Ғүмәров Рәсәй командаһы етәкселәренең береһе булды.

 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас: