Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
24 Июль , 12:15

Айгөл --Хәйбулланың иң йәш фән кандидаты

Зыялы райондашыбыҙ, йәш ғалимә Айгөл Хәкимова (Ишмөхәмәтова) Оло Әбеш ауылы ҡыҙы, биология фәндәре кандидаты. Яҡташыбыҙҙың өлгәшкән уңыштары ғорурландыра ла, һоҡландыра ла.

Айгөл --Хәйбулланың иң йәш фән кандидаты
Айгөл --Хәйбулланың иң йәш фән кандидаты

Мәктәпте көмөш миҙалға тамамлай

 Айгөл Хәкимова уҡытыусылар ғаиләһендә тәрбиәләнеп үҫкән. Атаһы, Зиннур Вәлетдин улы Ишмөхәмәтов хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем Оло Әбеш ауылында Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшин исемен йөрөткән урта  мәктәптә биология, география фәндәренән уҡытһа, әсәһе, Гөлнур Рамаҙан ҡыҙы музыка һәм тарих дәрестәренән белем бирә.

--Белемгә ынтылыш бәләкәй сағымдан киләлер тип уйлайым. Мәктәптә уҡыу минең өсөн бик ҡыҙыҡлы ине. Ауыл, район, республика кимәлендә үткән ижади конкурстарҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында  ҡатнашыу һәр ваҡыт яңы асыштар алып килә, яңы таныштар, дуҫтар табыу илһамландыра, ҡанатландыра ине. Беренсенән алып  ун беренсе класка тиклем «Сулпылар» бәйгеһендә ҡатнаштым, «Оҙон сәс»  район конкурсында өс тапҡыр гран-при яуланым.  «Йыл уҡыусыһы-2010» бәйгеһендә «Йыл интеллектуалы» номинацияһында еңеү яуланым, башҡорт, рус теле, химия фәндәренән олимпиадаларҙа, тарих, география фәндәре буйынса викториналарҙа, ҡышҡы полиатлон, волейбол ярыштарында ҡатнашып, уңыштар ҡаҙанғаным булды. Гәзит-журналдар үткәргән мәҡәлә, шиғыр, һүрәт конкурстарында ҡатнашып, үҙ ҡәләмемде шымарта килдем.

Аҙнаның ике-өс көнөндә ярыш-конкурстарҙа йөрөгәнгә күрә, ҡайһы бер уҡытыусылар: «Айгөл, тамам ситтән тороп уҡыуға күсеп алды» тип, шаяртып та, шелтәләп тә ала торғайны. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уҡыу буйынса ла ҡалышмаҫҡа тырыштым, мәктәпте көмөш миҙалға тамамланым,--ти Айгөл.

Үҙе ветеринар, йырсы,  спортсы...

--Бәләкәй саҡтан өй хайуандарын һөйөп,  һәр береһенә исемдәр ҡушып, улар менән мәз килеп, уйнап, мауығып үҫкәнгәлер, үҙ тормошомдо Башҡорт дәүләт аграр университеты менән бәйләргә теләнем. Шулай итеп, беренсе алған һөнәрем буйынса ветеринария өлкәһе белгесемен. Студент йылдарымды әле булһа ла бик йылы һәм матур тойғолар менән иҫкә алам. Бик әүҙем тормош менән йәшәйһең ул ваҡытта. Тәүге ике курсты БДАУ-ҙың филиалы булған Сибай институтында уҡыным. Ошо осорҙа, аҙаҡ Өфө ҡалаһына күскәс тә, фәнни-ғәмәли конференциялар, ижади конкурстар, профориентацион эштәр менән төрлө ҡала, райондарға сыға торғайныҡ.

Бәләкәй саҡтан хыял иткән ветеринар белгесе һөнәренә эйә булдым, эстетик тәрбиә үҙәгендә эшләп килгән "Шоңҡар" башҡорт вокал студияһында шөғөлләнеп, музыкаль яҡтан булған бар һәләттәремде астым (уҡытыусыларым – Башҡортостандын атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, йырсы Рәмил Туйсин, Әлфиә Балхина, Әлфиә Ғәлләмова), сәхнәлә үҙемде ирекле тоторға өйрәндем, төрлө йыр бәйгеләрендә сығыш яһап, юғары баһаларға өлгәштем, лауреат, дипломант тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булдым. 

Спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашып бик ҙур ҡәнәғәтлек кисерәм, бассейнда йөҙөү, волейбол, саңғы, еңел атлетика буйынса ярыштарҙа биотехнологиялар һәм ветеринар медицина факультетының данын юғары кимәлдә яҡларға тырышам. «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙермен» Бөтә Рәсәй физкультура спорт комплексы ярышында бронза, көмөш, алтын миҙалдарын алып ҡыуандым. Уҡыу йортомда үткәрелгән аэробика буйынса дәрестәр йәнемә һәм тәнемә сихәт бирә, көс һәм дәрт өҫтәй. 

Сәйәхәт итеү, бай тәбиғәтле Башҡортостан ерҙәрен күреү, күренекле кешеләр менән яҡындан танышып-аралашыу, самолетта осоу, поезда йөрөү хыялдары ла университетта уҡыу, эшләү ваҡытында тормошҡа ашты. Шундай күп төрлө мөмкинселектәр биреп, мине бар яҡлап та камил итеп үҫтергәненә, шәхес булып нығыныр өсөн иңдәремә һынмаҫ ҡанаттар ҡуйғанына, йәмле, мажараларға бай тормош менән йәшәткәненә, күңелемә илһам, киләсәккә яҡты өмөт өҫтәп торғанына мең-мең  рәхмәтлемен яратҡан уҡыу йортома.

 Биология фәндәре кандидаты

Тормош тигән әйбер ҡыҙыҡ инде ул. Руссалап әйткәндә «Никогда не говори «Никогда»» тигән әйтемде бик килешле итеп, аҡыллы ғына, урынлы ғына алдыңа килтереп ҡуя ла ҡуя. Мәктәптә уҡығанда күптәр миңә, атай-әсәйең кеүек уҡытыусы бул, уҡытыусы һөнәрен һайла, тип өгөтләй ине. Был һөнәрҙең ни тиклем яуаплы, ауыр икәнен күреп үҫкәс, һәр ваҡыт баш тарта һәм   «Бер ҡасан да уҡытыусы булмайым» тип яуаплай торғайным.

Шулай итеп, биш йыл уҡып, Ветеринария йүнәлешен ҡыҙыл дипломға тамамлағас, университетта ҡалыу, уҡыуҙы дауам теләге менән аспирантура бүлегенә юлландым. Өс йыл уҡыу дәүерендә үҙ университетымда педагогик практика үттем, ғилми эш етәксем - биология фәндәре докторы, профессор Әлфиә Васильевна Андреева менән берлектә Өфө районында урынлашҡан «Алексеевский» совхозында ғилми тәжрибә лә ҡуйып өлгөрҙөм. Ғилем эшебеҙ «Пробиотиктар һәм пребиотиктар ҡулланғанда һөт осоронда үҫтерелгән быҙауҙарҙың иммунобиологик күрһәткестәрен коррекциялау» темаһына бағышланған ине. Был тема буйынса күп кенә фәнни статьялар яҙҙыҡ, конференцияларҙа сығыш яһаныҡ, республика мәғариф министрлығы тарафынан үткәрелгән гранттар ҙа ла үҙ көсөбөҙҙө һынап ҡараныҡ. 2020 йылда аспирантура бүлеген тамамлап, «Уҡытыусы. Уҡытыусы- тикшеренеүсе» дипломын алһам, ошо уҡ йылдың декабрь айында диссертация яҡлап сығып, биология фәндәре кандидаты булып танылдым.  Ошо күрһәткескә өлгәшкәнем өсөн иң тәүҙә атай-әсәйемә, ғаиләмә, ғилми етәксемә оло рәхмәтлемен. Бик күп кенә һынауҙар ҙа үтергә тура килде: сөнки ул бик күп көс, ваҡыт, сабырлыҡ, финанс сығымдары ла талап итә ине. Үҙ көсһөҙлөгөмдө танып, илап алған мәлдәр ҙә күп булды, хәҙер ул ваҡыттарҙы йылмайып ҡына иҫкә алам.

Хәҙер көлөп иҫкә алһаҡ та...

Аспирантураның 1-се курсында уҡып йөрөгән сағым. Әле тәжрибә ҡуйырға иртәрәк әле. Ғилми етәксем шул саҡта эш тапшырҙы: пробиотиктарҙың хайуандар организмына ниндәй файҙалы йоғонто яһауын өйрәнеп, фәнни-ғәмәли статья яҙып килтерергә ҡушты. Мин тейешле әҙәбиәтте өйрәнеп, уй-фекерҙәремде туплап алғандан һуң, статья яҙырға ултырҙым. Ике көндә беренсе эшем әҙер булды. Хәҙер уҡытыусыма күрһәтәм дә, маҡтаулы йә булмаһа, ҡанатландырғыс  һүҙҙәр ишетермен тигән теләктә тикшереүгә тапшырҙым. Уҡытыусым уҡып сыҡты, тәүҙә бер битте, аҙаҡ икенсе битте тулыһынса һыҙып сыҡты ла, барыһын да төҙәтергә ҡушты һәм яңынан тикшереүгә килтерергә өндәне. Ҡайтып рәхәтләнеп балауыҙ һығып алғандан һуң,  эшкә егелеп, килтереп сығарҙым. Шулай итеп,  бер-бер арты статьялар тыуа башланы. Әле лә ул турала иҫләп көлөшөп алабыҙ.

Йәш ғалимдың эше тығыҙ

Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт аграр университетеның инфекцион ауырыуҙар, зоогигиена һәм ветсанэкспертиза кафедраһы ассистенты вазифаһында эшләйем. Ветеринария һәм зоотехния йүнәлешендә белем алыусы студенттарҙы «Хайуандар гигиенаһы», «Санитар микробиология»,  «Вирусология һәм биотехнология», «Акушерлыҡ һәм гинекология», «Эпизоотология һәм инфекцион ауырыуҙар» дәрестәренән уҡытам. Үҙ эшем бик оҡшай. Студенттар менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ һәр ваҡыт. Улар уҡыуға бик етди ҡарашта, тырышып хеҙмәт итәләр. Университетта алған белемдәрен практикала һынап ҡарайҙар, ҡалабыҙҙа урынлашҡан клиникаларҙа ла эшләп, тәжрибә тупларға ла өлгөрәләр.

Ишле татыу ғаиләнән

Беҙ ишле ғаиләнән. Бер туғандарым да Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары. Ҡустым, Заһир Ишмөхәмәтов энергетика факультетының икенсе курс студенты. Тик әлеге мәлдә ул илебеҙ алдындағы бурысын үтәү маҡсатында академик ял алып, махсус хәрби операцияла контракт буйынса хеҙмәт итә. Һеңлем, Зүлиә Ишмөхәмәтова Биотехнологиялар һәм ветеринар медицина факультетының Ветеринария йүнәлеше буйынса беренсе курста белем ала.

Үҙемә килгәндә, ун йыл кейәүҙәмен. Тормош иптәшем - Флүр Рәмил улы менән Данияр исемле ул үҫтерәбеҙ.Улыбыҙ әлеге ваҡытта 3-сө класс уҡыусыһы.

Шуныһы ҡыҙыҡ, бала саҡ хыялдары, теләктәре -  барыһы ла һин уйлаған, күҙ алдына килтергән рәүештә тормошҡа аша. Хыял итә торғайным-  тормош иптәшем ауылдан булһа, атайым кеүек насар ғәҙәттәрҙән ары торған, эшһөйәр, тырыш, минән йәшкә өлкәнерәк булһа ине тип. Һәм, Аллаға шөкөр, барыһы ла мин теләгән ысынбарлыҡта.

Зыялы яҡташыбыҙҙың тормош девизы

Ятып ҡалғансы атып ҡал, ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Ғүмер, белем, тәрбиә, һәләттәр  биргән ғәзиз кешеләрем –атайым менән әсәйемә оло рәхмәтлемен. Ел-ямғырға тигеҙмәй, ҡурсалап ҡына, кәңәш-фатихаларын биреп, ҡанатландырып, илһамландырып тороусы кешеләрем янында үҙемде бик бәхетле тоям, ғүмеремдең ҡәҙерен белеп, һәр минутын файҙалы эштәргә йүнәлтеп йәшәргә, үҙемдә булған яңы һәләттәремде асырға тырышам.

Ғаиләм менән бергәләп

Буш ваҡытыбыҙҙы ғаиләбеҙ менән бергә ҡыҙыҡлы үткәрергә тырышабыҙ. Ҡышҡыһын саңғы, конки шыуһаҡ, йәйгеһен тыуған ауылыбыҙға ҡайтып, атай-әсәйҙәребеҙгә картуф сәсеп, баҡса тәрбиәләп, бесән эштәрендә ярҙам итешәбеҙ, балыҡ тоторға, емеш-еләк йыйырға, ғөмүмән тәбиғәт ҡосағында булырға күнеккәнбеҙ. Бынан тыш, төрлө ҡалаларҙа үткәрелгән  еңел атлетика  марафондарында ҡатнашырға, шул иҫәптән, сәйәхәт ҡылыуҙы тәжрибәләйбеҙ.

Күңелле һәм файҙалы эште бергә ҡушып тигәндәй, кулинария өлкәһе ҡыҙыҡһындыра. Төп эшемдән тыш заказға торттар бешереү менән булышам. Кондитер һөнәре лә бик ныҡ оҡшай миңә. Буш ваҡытым килеп сыҡһа, ҡулыма бәйләм, бисер, сигеү, тегеү эштәрен алам.

Иң ҙур хыялдары

Иң ҙур хыялдарым – атайым кеүек шәп, етди һәм шул уҡ ваҡытта юморға бай, оло йөрәкле уҡытыусы, әсәйем кеүек оҫта хужабикә, өлгөлө әсәй, тормош иптәше булғым килә.

Гәзит уҡыусы дуҫтарыма теләктәре

Һәр атҡан таңға ҡыуанып, рәхмәтле була белеп, тормош ҡуйған барлыҡ мөмкинселектәргә «Эйе» тип яуап биреп, ғүмерегеҙҙең һәр минутын күңелле һәм файҙалы эштәргә бағышлап, яҡындарығыҙға һөйөнөп, ярҙам итеп, бәхетле һәм һау тормош яҡлы булығыҙ!

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: