Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
20 Июль , 22:52

Яңы гель уйлап тапҡандар

Өфө вуз-ара кампусында туҡыма һәм органдарҙың 3D-баҫмаһы өсөн биоматериалды һынау башланды  

Яңы гель уйлап тапҡандар
Яңы гель уйлап тапҡандар

Башҡорт дәүләт медицина университетының Технологиялар трансферы һәм инновация эшмәкәрлеге идараһы үҙәгенең студент инициатив төркөмө имплантикациялана торған туҡымалар һәм ALLOINK биопринтингы өсөн гель уйлап тапты.

Эштәр «Өҫтөнлөк-2030» университетты үҫтереү программаһына ярашлы, вуз-ара студенттар кампусының яңы лабораторияһында алып барылды.

Әлеге ваҡытта клиникаға тиклемге һынау эштәре хайуан моделдәрендә үткәрелә. Был һынауҙарҙың маҡсаты – хәүефһеҙлекте, һөҙөмтәлелекте һәм биологик ярашлылыҡты билдәләү. Төрлө параметрҙар, шул иҫәптән иммун яуап, туҡымалар регенерацияһы тикшереләсәк.

Йәш тикшеренеүселәр регенератив хирургия һәм терапия өсөн ҡулланыла торған танылған биоматериалдың яңы формаһын булдырып, инновациялы алым ҡулланғандар. Яңы технология биоматераилдың физик үҙенсәлектәрен үҙгәртергә һәм уны, регенератор потенциалын юғалтмайынса, биопринтерҙа ҡулланырға мөмкинлек бирә.

Гель тулыһынса Рәсәйҙә, Өфөләге база нигеҙендә етештереләсәк.

ALLOINK матригеле кеше менән оҡшаш коллагендан барлыҡҡа килә, шул уҡ ваҡытта бер ниндәй ҙә токсик химик фиксаторҙар файҙаланылмый. ALLOINK биологик ярашлылыҡты тәьмин итә, был биоорганизмға өҙөклөк һәм өҫтәмә эффекттарҙы кәметә. Уның нигеҙендә табыла торған биоинженер каркасы механик йәһәттән үтә ныҡлығы һәм һығылмалылығы менән айырыла.  

ALLOINK гелен ҡулланып баҫтырылған туҡымаларҙы һәм органдарҙы артабан кешегә имплантацияларға мөмкин. Был теге йәки был органды күсереп ултыртыуға мохтаж пациенттарға кәрәкле материал һайлау процесын тиҙләтеүгә булышлыҡ итәсәк. Тикшеренеү төркөмө патент алыуға ғариза биргән.

Проект өҫтөндә эшләгән командаға БДМУ-ның инновациялы эшмәкәрлек идараһы етәксеһе Илдар Кәбиров һәм студенттар – Александр Неряхин, Полина Шмелькова, Екатерина Надеждина, Азат Ахунйәнов, Ләйлә Ғүмәрова, Диана Ғәйнуллина, Альберт Төхбәтуллин ингән.

Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: