Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
12 Июль , 10:15

Ижади хеҙмәт өсөн 500 мең һум

Аҡъярҙан педагог Регина Байғусҡарова мәртәбәле грантҡа эйә булды

Ижади хеҙмәт өсөн 500 мең һум
Ижади хеҙмәт өсөн 500 мең һум

Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында эшләүсе йәш педагогтарға Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына конкурс үткәрелде. Был башланғыс Республика Башлығының 2023 йылдың 3 авгусындағы Указына ярашлы тормошҡа ашырылды. Балалар баҡсалары тәрбиәселәрен төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҡотланы.

–  Башҡортостан –  мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары педагогтарына ошондай ярҙам күрһәткән берҙән-бер төбәк. Был - тәрбиәселәргә еңел булмаған мөһим хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдереү мөмкинлеге. Барығыҙға ла уңыштар! –  тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров еңеүселәрҙе тәбрикләп.

Йыл һайын республикала яңы балалар баҡсалары төҙөлә һәм асыла, элегерәк төҙөлгән мәктәпкәсә учреждениелар тәртипкә килтерелә, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы.

- Балалар баҡсалары заманса ҡорамалдар һәм технологиялар менән йыһазландырыла. Дөйөм алғанда, мәктәпкәсә белем биреү һәр бала өсөн сифатлы һәм уңайлы була, – тип дауам итте Радий Хәбиров.

Һөнәри бәйгелә республиканың 42 муниципалитетынан бөтәһе 151 йәш педагог ҡатнашты. 50 кеше еңеүсе булып, шуларҙың 28-е тәрбиәсе, дүрт өлкән тәрбиәсе, дүрт физик культура буйынса инструктор, алты музыкаль етәксе, өс педагог-психолог һәм биш уҡытыусы-логопед. Алынған грант суммаһы-500 мең һум.

Аҡъяр ауылы «Шатлыҡ» балалар баҡсаһында музыка етәксеһе булып эшләгән Регина Байғусҡарова ла грантҡа лайыҡ булды. Регина Рәфҡәт ҡыҙы Әбйәлил районы Әбдрәш ауылында тыуып үҫә. Мәктәпте тамамлағандан һуң, бала саҡтан йырларға яратҡан ҡыҙ Сибай педагогия колледжының музыка бүлегенә уҡырға инә. Баян, фортепианола уйнарға өйрәнә. Студент йылдарында үҙенең буласаҡ тормош иптәше Азамат Азат улы менән танышып, ҡулына диплом алғас, 2010 йылда ғаилә ҡоралар. 3 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. «Шатлыҡ»  балалар баҡсаһы сафҡа индерелгәс тә Регина Рәфҡәт ҡыҙын унда эшкә саҡыралар һәм 2013 йылдан әлегәсә ошонда балаларға йыр һәм бейеүгә һөйөү уята. Уның һәр эш көнө алдағыһына оҡшамаған, көн һайын яңы идеялар, йырҙар, бейеүҙәр. Музыкаль тәрбиәнең төп бурысы — балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү. Музыка етәксеһе эшмәкәрлеге баланың хис тойғолары менән бәйле, шуға күрә кескәйҙәрҙең эмоциональ яғын да үҫтереү төп бурыс булып тора. Балалар күп кенә республика, хатта Рәсәй кимәлендә үткәрелгән ижади бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар алалар. Балалар баҡсаһын тамамлаусыларҙың күбеһе музыканан айырылмай һәм Аҡъяр ауылы сәнғәт мәктәбендә белем алыуын дауам итә. Был инде музыка етәксеһенең ҡаҙанышы тип әйтһәк тә хата булмаҫ.

Республика башлығы грантына дәғүә итеүгә конкурста ҡатнашыу өсөн Регина Рәфҡәт ҡыҙы тәжрибәһен, ҡаҙаныштарын күрһәтә, белем биреү программаһын тәҡдим итә. Белем биреү программаһы итеп музыка ҡоралдарында уйнауҙы һайлай һәм шуның менән баһалама комиссияһының юғары балдарына эйә була. Регина Байғусҡарова үҙенең бөтә идеяларын дәрестәрҙә уңышлы ҡуллана.

         -Ихлас күңелдән ярҙам күрһәткән коллегаларыма, дуҫтарыма, терәк-ҡалҡан булған ғаиләмә оло рәхмәтемде белдерәм. Наградаға килгәндә, был минең өсөн оло шатлыҡ, ҙур ҡаҙаныш. Конкурсты иғлан иткәс тә, бер нимәгә ҡарамай, үҙемде һынап ҡарарға булдым һәм Аллаға шөкөр, еңеп сыҡтым. Тағы ла дәртләнеп эшләргә көс-ҡеүәт алдым,  - тине Регина Рәфҡәт ҡыҙы.

         Регина Байғусҡарова фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, район хакимиәте, мәғариф идаралығы исеменән һәм башҡа бик күп Рәхмәт хаттары һәм Почет грамоталары менән бүләкләнгән.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас: