Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
1 Июль , 17:16

Йәмилә Солтанова сығарылыш һынауында 99 балл йыйҙы

Сығарылыш класс уҡыусыһының  Менделеев периодик таблицаһы, атомдар, молекулалар һәм ҡатмарлы фәндең башҡа серҙәренә төшөндөрөүсе остазы – 2-се Аҡъяр мәктәбе директорының уҡыу буйынса урынбаҫары, химия уҡытыусыһы Нәилә Димөхәмәтова.        

Йәмилә Солтанова  сығарылыш һынауында 99 балл йыйҙы
Йәмилә Солтанова сығарылыш һынауында 99 балл йыйҙы

2-се Аҡъяр мәктәбенең 11-се “б” класын  тамамлаған Йәмилә Солтанова химия буйынса Берҙәм дәүләт имтиханында үтә юғары балл алыуға өлгәште. Ул районда тәүгеләрҙән булып, был еңел булмаған сығарылыш һынауында 99 балл йыйҙы! Район хакимиәтендә ойошторолған Миҙалсылар балында Йәмилә Солтановаға 1-се дәрәжә “Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн” миҙалы тапшырылды.

Химия буйынса берҙәм дәүләт имтиханы мәктәпте тамамлаусылар өсөн мотлаҡ булмаған имтихандар иҫәбенә инә. Ғәҙәттә уны үҙ тормошон медицина, фармакология, нефть сығарыу, машиналар эшләү, биология һәм химик процестарҙы аңларға кәрәк булған башҡа һөнәрҙәр менән бәйләргә ниәтләгәндәр тапшыра. Шуға күрә бәләкәйҙән табип булырға хыялланған Йәмилә лә  тап ошо предметты һайлаған.

–Үҙемә оҡшаған предметтарҙы, шул иҫәптән химияны һайлап, 10-сы класта уҡый башлағанда уҡ Берҙәм дәүләт имтихандарына ныҡлап әҙерләнә башланым. Уҡытыусыбыҙ Нәилә Әнәс ҡыҙы өйрәткән химия предметының нигеҙҙәрен өйрәнергә, бөтә факультативтарына йөрөргә, әйткән бөтә кәңәштәренә ҡолаҡ һалырға тырыштым. Бынан тыш, өҫтәмә  курстар һатып алдым, 2018 йылдан Нәилә Әнәс ҡыҙы алып барған Ресурс үҙәгендә шөғөлләндем. Әлбиттә, ата-әсәйемдең ярҙамын, ҡеүәтләүҙәрен һәр ваҡыт тоям, БДИ-ла юғары һөҙөмтәләр алыуыма уларҙың да өлөшө ҙур. Һөҙөмтәләргә килгәндә: химиянан – 99 балл, рус теленән – 91 балл, биологиянан әлегә билдәһеҙ, ә базалы математиканы “бишле”гә бирҙем.

Буласаҡ ун беренселәргә тик үҙегеҙгә оҡшаған предметтарҙы һайлап, улар буйынса яҡшылап әҙерләнеп, ялҡауланмай, тырышып уҡыуҙарын теләйем. Иң мөһиме, ваҡытыңды дөрөҫ бүлеү: ял итеүгә лә, БДИ-ға әҙерләнергә лә. Бер ваҡытта ла бирешергә ярамай, әгәр бер килеп сыҡмаһа, ҡул һелтәргә ярамай, яңынан эшләргә маташырға кәрәк. Шул ваҡытта барыһы ла килеп сығасаҡ.  Шулай уҡ БДИ тапшырғанда һис ҡабаланмағыҙ, ваҡыт ҡалғанда ҡабаттан тикшерегеҙ.  Мәҫәлән, химияны тапшырыуға 3  сәғәт 30 минут ваҡыт бирелә, ә мин сәғәт ярым эсендә бөтә заданиеларҙы эшләнем һәм һөҙөмтәлә бер хата табылды.  Әлеге ваҡытта ҡайҙа уҡырға барасағымды аныҡ әйтә алмайым, әммә медицина өлкәһендәге һөнәрҙе һайларға уйлайым, – ти Йәмилә.

Ҡыҙҙың Менделеев периодик таблицаһы, атомдар, молекулалар һәм ҡатмарлы фәндең башҡа серҙәренә төшөндөрөүсе остазы – 2-се Аҡъяр мәктәбе директорының уҡыу буйынса урынбаҫары, химия уҡытыусыһы Нәилә Димөхәмәтова. Нәилә Әнәс ҡыҙы 1982 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан алып, хеҙмәт юлын балаларға белем биреүгә бағышлай. Хеҙмәт юлын Өфө урта мәктәбендә башлай һәм бында өс йыл эшләй, һуңынан бөгөнгө көнгәсә 2-се Аҡъяр мәктәбендә химиянан уҡыта. Йыл һайын химия буйынса берҙәм дәүләт имтиханында Наилә Әнәс ҡыҙының уҡыусылары араһында  90 һәм унан юғарыраҡ балл алыусы ҡыҙҙар һәм егеттәр була. 99 балл алған Йәмилә Солтанованан тыш, быйыл тағы бер уҡыусыһы Алһыу Сынбулатова  91 балл алған. Был да уҡытыусының системалы эшләүе һәм уның юғары профессионализмы тураһында һөйләй. Ошо дүрт тиҫтә йылдар араһында һәләтле педагогтың бихисап уҡыусылары олимпиадаларҙа ҡаҙаныштарға өлгәшеп, имтихандарҙы уңышлы тапшырып, юғары уҡыу йорттарын тамамлап, әлеге ваҡытта медицина, нефть һәм тау сәнәғәте, ауыл хужалығы, мәғариф һәм башҡа өлкәләрҙә лайыҡлы эшләйҙәр.

–Һәр бер уҡыусымдың уңыштарына бик һөйөнәм, улар миңә артабан да камиллашырға, яңынан-яңы алымдар ҡулланып уҡытырға көс-дәрт, илһам бирә. Химия 8-се кластан уҡытыла башлай. Әммә ҡайһы саҡта, айырым уҡыу планына ярашлы, 7-се кластан химия фәне серҙәренә өйрәнә башлайҙар. Йәмиләнең класы ла шулар иҫәбенә инде. Һәм шул ваҡыттан алып, ҡыҙ  химия дәрестәрендә тырышып-тырмашып уҡыны, кластан тыш сараларҙа әүҙем ҡатнашты. 8-се кластан алып  йыл һайын химиянан имтихандарҙы уңышлы тапшырҙы. Үҙенең маҡсатҡа ынтылыусанлығы, тырышлығы менән Йәмилә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә алды. Үкенескә күрә, бәләкәй генә “механик” хата арҡаһында химиянан БДИ-ла иң юғары балл ала алманы, әммә  уның 99 балл алыуы өсөн бик ҡыуанабыҙ. Уҡыусыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ, һәм уға алдағы тормош юлында тик уңыштар ғына юлдаш булһын, – тине Нәилә Әнәс ҡыҙы.

Ең һыҙғанып ныҡлап әҙерләнгәндә, педагог менән уҡыусы араһында бына шундай бәйләнеш булғанда БДИ-ны ла “ауыҙлыҡларға” була икән. Нәилә Әнәс ҡыҙына һөнәри эшмәкәрлегендә яңынан-яңы үрҙәр, рәхмәтле уҡыусылар, ә Йәмиләгә теләгән уҡыу йортона уҡырға инеүен теләйбеҙ.

***

 

Әйткәндәй:

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  Башҡортостанда  урта белем алыуға  күп яҡлы ярҙам системаһы булдырҙы, ул республика уҡыусыларының белем кимәленә һәм уңыштарына йоғонто яһаясаҡ. Мәктәптә белем биреүҙең  һөҙөмтәлелеген күтәреү республика етәкселегенең өҫтөнлөклө сәйәсәте. Һәм ул, үҙ сиратында, сифатлы күрһәткестәр бирә. Йәштәр республиканан ситкә китмәйенсә сифатлы белем алһын өсөн  донъя кимәлендә ВУЗ-ара кампус төҙөү буйынса эш алып барыла, республика юғары уҡыу йорттарының потенциалы күтәрелә.  Урта белем биреүҙә һәләтле балаларҙы үҫтереү буйынса  механизмдар индерелә. 1 сентябрҙән эшкә килгән йәш педагогтар биш йыл эшләү дауамында яҡшы матди ярҙам аласаҡ.  Педагогтар һәм  уҡыусыларҙың үҙ үҫешен булдырыу сиктәрендә республика тарафынан дәртләндереү саралары арттырыла.  Ауыл уҡытыусылары өсөн ярҙам саралары тормошҡа ашырыла.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: