Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
1 Июль , 16:05

Миҙалсылар –Хәйбулла ғорурлығы!

Райондан 20 уҡыусы мәктәпте ҙур ҡаҙаныштар менән тамамланы

Миҙалсылар –Хәйбулла ғорурлығы!
Миҙалсылар –Хәйбулла ғорурлығы!

Белем биреү учреждениеһын I һәм II дәрәжә “Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн” миҙалына тамамлаған сығарылыш класс уҡыусылары район ғорурлығы. Улар  дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын уңышлы үтеп,  имтихандар һөҙөмтәләрен миҙалдары менән раҫлап, ҡулдарына  гел яҡшы билдәләрҙән торған аттестат алдылар. 20 уҡыусының  алтын һәм көмөш миҙалға тамамлауы районда белем биреү системаһының лайыҡлы кимәлдә булыуын да раҫлай.

Муниципаль район хакимиәтендә  райондың иң яҡшы сығарылыш класс уҡыусылары тәбрикләнде.  Ҡаҙаныштар тос быйыл: 20 ҡыҙ һәм егет  мәктәпте алтын һәм көмөш миҙалға тамамланы. Улар -- 2-се Аҡъяр, Бүребай, Маҡан, Татыр-Үҙәк мәктәптәре  уҡыусылары. “Мәктәпте миҙалға тамамлаған  йәш хәйбуллалылар   район ғорурлығы, беҙҙең киләсәгебеҙ. Һеҙҙең ҡаҙаныштар артында уҡытыусыларҙың фиҙакәр хеҙмәте һәм ата-әсәйҙәрҙең тырышлығы ята. Мәктәп тормошо артта ҡалды, сығарылыш имтихандары тапшырылды. Алда һеҙҙе тағы ла ҙурыраҡ уңыштар, уҡыу йорттары, студент тормошо көтә. Киләсәктә  яҡшы белгестәр булып, районға эшкә ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ”,--тине муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.

--Мәктәпте миҙалға тамамлау, уҡыусыларҙың төплө белем күрһәтеүе ул  уҡыусыларҙың һәм педагогия коллективының ныҡышмалы хеҙмәт һөҙөмтәһе, атай-әсәйҙәрҙең күркәм тәрбиәһе. Хәйбулла районында йыл да миҙалсылар һаны арта. Ә быйыл иһә бөтөнләй йондоҙло сығарылыш. 20 уҡыусының белем биреү учреждениеһын миҙалға тамамлауына сикһеҙ шатбыҙ. Үҙегеҙ теләгән юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеп, унда ла һынатмаҫһығыҙ тип ышанам,--тине район мәғариф идаралығы начальнигы Нияз Рыҫҡолов.

Уҡыусыларҙы һәм педагогтарҙы ата-әсәйҙәр исеменән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы  директоры Аксана Сынбулатова ҡотлаһа, ә сығарылыш кластар исеменән 2-се Аҡъяр мәктәбен алтын миҙалға тамамлаған Йәмилә Солтанова телмәр тотто.

Әлбиттә, был көндө ата-әсәләр күҙҙәрендә лә  балалары өсөн оло ғорурлыҡ тойғолары сағыла ине. Лилиана Гәрәева ла ҡыҙы Алтынайҙың  мәктәпте алтын миҙалға тамамланыуына бик шат. “Алтынай беренсе кластан тик бишле билдәләренә генә уҡыны. Бөгөнгө ҡаҙанышы ла уның үҙ тырышлығы.  Йәмғиәтте өйрәнеү, тарих, инглиз теле фәндәрен яратты. Гуманитар йүнәлешкә өҫтөнлөк бирҙе. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы  Гөлназ Ҡаҙаҡҡолова, класс етәксеһе Светлана  Тоҡомбәтова һәм 2-се Аҡъяр мәктәбенең бөтә педагогия коллективына рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм”,--тине ул.

Маҡан ауылынан Раушания Күскилдина: “Ҡыҙым Люциә мәктәпте көмөш миҙалға тамамланы. Ул үҙе лә ныҡ тырыш, беҙ ҙә  ғаиләлә һәр яҡлап ярҙам итергә тырыштыҡ. Ғаиләлә өс бала тәрбиәләйбеҙ.  Өсөһө лә уҡыуҙа һынатмай. Улыбыҙ Рәмил Пышма ҡалаһында техник университетта белем ала. Ул мәктәптә тик бишле билдәләренә уҡыны. Люциәбеҙ 11-се класты әле көмөш миҙалға тамамланы.  Кесе ҡыҙыбыҙ Нурания Сибай гимназияһында тик яҡшы билдәләргә өлгәшә. Маҡан мәктәбе уҡытыусылары  Людмила Чистякова, Наталья Середа,  Зәйтүнә Ғәфиуллинаға һәм барлыҡ педагогтарға рәхмәт еткерәбеҙ. Беҙ тормош итәшем менән икебеҙ ҙә “Башҡорт баҡыры” предприятиеһында эшләйбеҙ. Улыбыҙ ҙа ошо йүнәлештә белем ала. Люциә лә  техник университетҡа уҡырға инергә планлаштыра”,--тине. 

Һәләтле йәштәргә  үҙҙәре теләгән уҡыу йорттарына уҡырға инеп, һөнәр алып,  алға ҡуйған маҡсаттарына ирешеүҙәрен теләйбеҙ.

М.Ғәлиева.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:

--Быйылғы сығарылыш кластары уҡыусылары ҡыуандырҙы.  Берҙәм дәңләт имтихандары һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда  йөҙ балл йыйыусылар һаны рекорд кимәлендә. 11 уҡыусы  бер үк ваҡытта ике предметтан 100 балл тупланы. Былтыр ундайҙар икәү ине.  Шәхсән минең өсөн сығарылыш кластар уҡыусыларының ҡаҙаныштары,  олимпиадала еңеүселәр һаны үҫеүе мәктәптә белем алыуҙы модернизациялауҙың уңышлы булыуына ишара. Буласаҡ студенттарҙы ихлас ҡотлайым! Буласаҡ һөнәрегеҙҙе һайлауҙа уңыштар теләйем, юлдарығыҙ һәр саҡ уң булһын!

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: