Лагерь сменаһын асыу - күптән көтөлгән, сағыу һәм тулҡынландырғыс ваҡиғаларҙың береһе. "Аҡсарлаҡ" балалар һауыҡтырыу лагеры үҙ эшен уңышлы башланы һәм ошо көндәрҙә беренсе сменаны асыу тантанаһы үтте. Мәғариф идаралығы белгестәре лагерҙы асыу тантанаһында ҡотлау телмәре менән сығыш яһаны. Бында балалар өсөн файҙалы, яҡшы һәм күңелле ял итеү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Йыл һайын «Аҡсарлаҡ» лагерында шарттар, матди-техник база яҡшыра.
Күңелле ял теләйбеҙ!