Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
7 Июнь , 13:19

Йәш армеецтар һәм туристар йәйге миҙгелде асты!

Йәнтеш ауылы янында үткән ике көнлөк турслет 50-гә яҡын ҡатнашыусыны йыйҙы.

Йәш армеецтар һәм туристар йәйге миҙгелде асты!
Йәш армеецтар һәм туристар йәйге миҙгелде асты!

Йәнтеш ауылы янында үткән ике көнлөк турслет иллегә яҡын ҡатнашыусыны йыйҙы. Сараны Аҡъяр ауылы Балалар ижады йорто ойоштора.

Аҡъяр һәм Макан ауылдары мәктәптәрендә туристик берләшмәләрҙә шөғөлләнеүселәр һәм йәш армеецтар өсөн иң ябай конкурс - «Сәләмләү", ә иң ҡатмарлыһы - "ҡатнаш туристик маршрут" булды. Турслетта бөтәһе 8 команда ҡатнаша: "Бөркөт" (1-се Аҡъяр мәктәбе), "Патриот" (Маҡан мәктәбе), "Батыр" (3-сө Аҡъяр мәктәбе), "Өлкән туристар" (1-се Аҡъяр мәктәбе), "Бәләкәй туристар" (1-се Аҡъяр мәктәбе), "Йылмайыу" (Аҡъяр ауылы Балалар ижады йорто), "Витязь" (2-се Аҡъяр мәктәбе).

Балалар бик яҡшы ваҡыт үткәреп кенә ҡалмай, үҙҙәрен сыҙамлыҡ өсөн дә һынап ҡарай. Ике көн дауамында йәш армеецтар һәм туристар отрядтары төрлө заданиелар үтәй. Турслет программаһында махсус заданиеларҙан тыш, художестволы үҙешмәкәрлек урыны ла була. Йырҙар, бейеүҙәр йылғала һыу инеү, дискотека турслеттың күңелле мәлдәренә әүрелә.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ, турслетта ҡатнашҡан һәр команда үҙен яҡшы күрһәтә, ә ҡайһылары һыҙатты үтеү тиҙлеге буйынса бер-береһенән бер нисә минут ҡына ҡалыша. Һөҙөмтәлә 1-се урынды 1-се Аҡъяр  мәктәбенең «Өлкән туристар» командаһы яулай, 2-се урынды  "Йылмайыу" (Аҡъяр ауылы Балалар ижады йорто) командаһы ала һәм 3-сө урынды 2-се Аҡъяр  мәктәбенең «Витязь» командаһы яулай. Афарин!

Йәш армеецтар һәм туристар йәйге миҙгелде асты!
Йәш армеецтар һәм туристар йәйге миҙгелде асты!
Йәш армеецтар һәм туристар йәйге миҙгелде асты!
Йәш армеецтар һәм туристар йәйге миҙгелде асты!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: