Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
31 Май , 12:08

II Бөтә Рәсәй съезына делегаттар һайланды

Аҡъяр ауылы полилингваль күп профилле мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезына Хәйбулла районынан делегаттар һайлау буйынса конференция уҙҙы.

II Бөтә Рәсәй съезына делегаттар һайланды
II Бөтә Рәсәй съезына делегаттар һайланды

Аҡъяр ауылы 3-сө полилингваль күп профилле мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезына Хәйбулла районы муниципаль районынан делегаттар һайлау буйынса конференция уҙҙы. Конференцияла Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы Милли мәғариф идаралығының милли мәғариф бүлеге начальнигы Розалия Рәсих ҡыҙы Сафиуллина ҡатнашты. Шулай уҡ был сараға районыбыҙҙың белем биреү ойошмалары етәкселәре, уҡытыу – тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫарҙары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, уҡытыу һәм тәрбиә эштәре башҡорт телендә алып барылған башланғыс класс уҡытыусылары, мәктәп китапханасылары, балалар баҡсаларының башҡорт төркөмдәре тәрбиәселәре саҡырылды.

Башта Розалия Рәсих ҡыҙы 3–сө һанлы Аҡъяр балалар баҡсаһы эшмәкәрлеге менән танышты. Балалар баҡсаһы мөдире Сурина Альбина Ғәрифйән ҡыҙы һәм тәрбиәсе Әлибаева Әминә Надир ҡыҙы эксурсия үткәрҙе. Өҫтәмә белем биреү педагогы Мусина Рәмзиә Әхәт ҡыҙы мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы әҙерләү төркөмөндә «Әкиәттәр буйлап сәйәхәт» темаһына белем биреү эшмәкәрлеген күрһәтте.

Конференцияның тәүге өлөшөндә Аҡъяр ауылы 3-сө полилингваль күп профилле мәктәбе директоры Дәүләтбирҙин Рөстәм Насырйән улы мәктәп буйлап экскурсия үткәрҙе. Районыбыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, балалар баҡсаһы педагогтары һәм тәрбиәләнеүселәре менән районыбыҙҙың милли мәғарифын сағылдырған бай йөкмәткеле күргәҙмә ойошторҙо.

Пленар өлөштө Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт бүлеге белгесе, Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы сәркәтибе Фәнилә Фаил ҡыҙы Баширова сәләмләү һүҙе менән башлап ебәрҙе. «Хәйбулла районында башҡорт телендә белем биреү һәм туған телде өйрәнеүҙең торошо» доклады менән район мәғариф идаралығы начальнигы Нияз Хәмзә улы Рыҫҡолов сығыш яһаны.

Розалия Рәсих ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының мәғариф ойошмаларында туған телебеҙҙе өйрәнеүҙе ойоштороуға ҡағылышлы мәсьәләләр, туған телебеҙҙе һаҡлау проблемалары тураһында һөйләне һәм уҡытыусыларҙың ошо юҫыҡта борсоған һорауҙарына яуап бирҙе. Шулай уҡ педагогтар мәғариф системаһында телде өйрәнеү мәсьәләләренә ҡағылышлы тәҡдимдәр индерҙе.

26-27 август Өфө ҡалаһында үтәсәк Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезына Хәйбулла районынан түбәндәге делегаттар тәҡдим ителде Һәм район педагогтары тарафынан хупланылды:

- Хәйбулла районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Раузат ҡыҙы Рәсембәтова;

- Хәйбулла районы мәғариф идаралығы начальнигы Нияз Хәмзә улы Рыҫҡолов;

- Хәйбулла районы мәғариф идаралығының туған телдәр буйынса методисы Сөмбөл Рафаил ҡыҙы Әлибаева;

- Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмә етәксеһе,Татыр-Үҙәк мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Тулибаева Рәйфә Искәндәр ҡыҙы;

-Аҡъяр ауылы 3-сө полилингваль күп профилле мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Вәлитова Дания Зыя ҡыҙы;

- Бүребай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Туғыҙбаева Рәсимә Нәҙерхан ҡыҙы;

- 2-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтшина Гөлфирә Эльбрус ҡыҙы;

- Оло-Әбеш Урта мәктәбенең директоры Мөхәмәтйәрова Гөлнара Наил ҡыҙы.

Сараның һуңғы өлөшөндә мәғариф өлкәһендә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, Башҡортостан халыҡтары телдәрен, тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеүгә йәлеп ителгән саралар буйынса яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән педагогтарға Хәйбулла районы хакимиәтенең, мәғариф идаралығының рәхмәт хаттары, шулай уҡ «Педагог һәм остаз” ,"Атайсалға изге ғәмәлдәр" йылына арналған «Остаз» республика конкурсында 3-сө урын яулаған Хәйбулла районы командаһына Башҡортостан Республикаһы мәғарифты үҫтереү институтының р.әхмәт хаттары тапшырылды. Конференция аҙағында Һамар мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Бәҙретдинова Рәзилә Шәрифулла ҡыҙы шиғри формала Съезд алдынан тыуған уйҙары менән уртаҡлашты.

Эшлекле кимәлдә ойошторолған конференциянан һәр береһе рухланып, дәртләнеп һәм башҡорт теленең ниндәй яғымлы, бай, нәфис һоҡланғыс булыуына тағы бер тапҡыр инанып, үҙ телебеҙҙе һаҡлайыҡ, ихтирам итәйек тигән уйҙар менән таралыштылар.

 

Сығанаҡ һәм фотолар: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы

Автор:
Читайте нас: