Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
29 Май , 13:13

Күңелле, файҙалы каникул һеҙгә, балалар!

Райондың ете мәктәбендә - 1-се, 2-се һәм 3-сө Аҡъяр, Бүребай, Атингән, Степной, Яңы Ергән мәктәптәрендә балаларҙың көндөҙгө лагерҙары асылды.

Күңелле, файҙалы каникул һеҙгә, балалар!
Күңелле, файҙалы каникул һеҙгә, балалар!

27 майҙа райондың 7 мәктәбендә - 1-се, 2-се һәм 3-сө Аҡъяр, Бүребай, Атингән, Степной, Яңы Ергән мәктәптәрендә балаларҙың көндөҙгө лагерҙары асылды.

Көндөҙгө лагерҙарҙың программаларының йөкмәткеһе дөйөм үҫеш бурыстарына эйә. Бөтә программаларҙа ла дәрестән тыш «Иң мөһиме тураһында һөйләшеүҙәр» дәрестәрен, патриотик, тыуған яҡты өйрәнеү, театр, художество-эстетик, экологик, спорт йүнәлешендәге сараларҙы, шулай уҡ Рәсәйҙә Ғаилә йылына арналған сараларҙы үткәреү ҡаралған. Бынан тыш, лагерь программаларында «Ата-әсәләр менән эшләү», «Һөнәри йүнәлеш биреү», «Һанлы тәрбиә мөхите», «Балалар медиаһы киңлеге» кеүек вариатив модулдәр бар.

Күңелле, файҙалы каникул һеҙгә, балалар!
Күңелле, файҙалы каникул һеҙгә, балалар!
Күңелле, файҙалы каникул һеҙгә, балалар!
Күңелле, файҙалы каникул һеҙгә, балалар!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: