Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
25 Май , 23:21

Республика уҡытыусылары ЛНР мәктәптәренә эшкә бара

   

Республика уҡытыусылары ЛНР мәктәптәренә эшкә бара
Республика уҡытыусылары ЛНР мәктәптәренә эшкә бара

Луганск Халыҡ Республикаһының бәләкәй ауылдарында уҡытыусылар етешмәй. Шуға бәйле төбәктә тәүге тапҡыр «Ауыл уҡытыусыһы» проектын бойомға ашырыу башланды, унда Луганскиҙан тыш, Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән белгестәрҙе ҡатнашырға саҡыралар. Луганск Халыҡ Республикаһының мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Евгений Мирошниченко билдәләүенсә, әле 200-ҙән ашыу ғариза килгән, улар иҫәбендә Башҡортостан уҡытыусылары ла бар.

«Беҙ программала ҡатнашырға теләгән педагогтарҙың географияһы киң булыуын күрәбеҙ. күрәбеҙ: Башҡортостан Республикаһы, Төньяҡ Осетия - Алания, Силәбе, Курск, Свердловск, Төмән һәм Иванов өлкәләре. Проекттың сайтында вакансиялар исемлеге баҫылған. Ауыл мәктәптәрендә тәү сиратта рус теле һәм әҙәбиәте, тарих, математика, физика, химия уҡытыусыларын көтәләр. Проектты тормошҡа ашырыу барышында 1 миллион һум күләмендә компенсация түләү ҡаралған», — тине Евгений Мирошниченко.

Луганск Халыҡ Республикаһы хөкүмәте хәбәр итеүенсә, проектта ҡатнашыу өсөн ғаризалар 2024 йылдың 31 майына тиклем ҡабул ителә. 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: