Рәсәй Хөкүмәте Башҡортостанға мәктәптәрҙә класс етәкселәренә айлыҡ түләү өсөн 255,8 миллион һум һәм 100 меңдән аҙыраҡ халыҡ йәшәгән тораҡ пункттарҙағы техникумдарҙа һәм колледждарҙа төркөм кураторҙары өсөн 18,5 миллион һум бүлә. Ошо хаҡтағы бойороҡҡа Рәсәй Федерацияһы премьер-министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.
Ил төбәктәренә шуның өсөн бөтәһе 8 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 марттан түләү 5 меңдән 10 мең һумға тиклем арттырылды. Бындай ҡарар ил президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса ҡабул ителде.
Бынан алдараҡ Башҡортостан аграрийҙарына 1,7 миллиард һумға яҡын льготалы инвестиция кредиты хупланды.