МӘҒАРИФ
13 Май 2024, 05:06

Университетта йәки колледжда теге йә был сәбәп буйынса уҡыуҙы дауам итеү ауыр булһа, нимә эшләргә?

-

Университетта йәки колледжда теге йә был сәбәп буйынса уҡыуҙы дауам итеү ауыр булһа, нимә эшләргә?Университетта йәки колледжда теге йә был сәбәп буйынса уҡыуҙы дауам итеү ауыр булһа, нимә эшләргә?
Университетта йәки колледжда теге йә был сәбәп буйынса уҡыуҙы дауам итеү ауыр булһа, нимә эшләргә?
✏ Университетта йәки колледжда теге йә был сәбәп буйынса уҡыуҙы дауам итеү ауыр булһа, нимә эшләргә?

Һеҙҙең академик ял алыу мөмкинлегегеҙ бар. Уны нисек юлларға – Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы белгестәре аңлата.

❓ Кем академик отпускыға хоҡуҡлы:

— белем алыу формаһының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, колледж, техникум һәм юғары уҡыу йорттары студенттары;
— курсанттар;
— аспиранттар;
— ординаторҙар, адъюнкттар һәм ассистент-стажерҙар.

❓ Сәбәптәре ниндәй булыуы мөмкин:

— ауырыу;
— йөклөлөк;
— ғаилә хәле;
— хәрби хеҙмәт;
— финанс хәле.

❓ Академик отпускыны нисек алырға:

— деканатҡа ғариза яҙығыҙ, сәбәбен һәм ваҡытын күрһәтегеҙ - ғаризаны юғары уҡыу йортонда шәхсән яҙырға йәки почта аша ебәрергә була;
— ғаризаға кәрәкле документтарҙы беркетегеҙ;
— мөрәжәғәтте ҡабул иткәндән һуң 10 көн эсендә ҡарар ҡабул ителәсәк.

❓ Ниндәй документтар кәрәк:

— ауырығанда йәки йөклө булғанда – һаулыҡ торошо буйынса академик ялға китергә нигеҙ бармы-юҡмы - юғары уҡыу йорто поликлиникаһындағы медицина комиссияһы йәки университет менән килешеү төҙөгән муниципаль клиника ҡарар итә. Медицина ҡарарын уҡыу йортона тапшырырға кәрәк;
— армияла хеҙмәт итеү өсөн - хәрби комиссариаттан саҡырыу ҡағыҙы;
— башҡа осраҡтарҙа документтар исемлеген уҡыу йортонда асыҡлағыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
 
Автор:
Читайте нас